+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
9 Июнь 2022, 18:00

Эҙең булмаһын!

Ике бухгалтер зарланыша. Ғосман:– Түрәбеҙ бөтөнләй аҡыл­дан шашты, йыл ярым була инде отпускыға ебәрмәй.

Эҙең булмаһын!
Эҙең булмаһын!

Усман:
– Миндә һис юғы ике көн ял итерлек бик шәп идея бар.
Ул аяҡтарын түшәмдәге торбаға бәйләй ҙә баштүбән аҫылына. Түрә инә:
– Был нимә?.. Ни өсөн аҫылындың?
– Иҫ китерлек бер нәмә лә юҡ. Мин – лампочка. Бүл­мәне яҡтыртам, – тип яуап­лай Усман.
– Беләһеңме, – ти түрә, – миңә ҡалһа, һин әҙерәк ары­ғанһың шикелле. Хәҙер үк ҡайтып кит! Был аҙнала бында эҙең дә булмаһын!
Усман портфелен эләк­терә лә сығып тая. Ғосман да йыйына башлай.
– Ә һин ҡайҙа? – тип һорай түрә.
– Мин ҡараңғыла эшләй алмайым! – ти ҙә Ғосман ишекте шартлатып яба.

И. ҠАШҠАРОВ.

Фото: portugalist.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: