+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
12 Июнь 2022, 13:00

Кескәйҙәр көлдөрә

Фәдистең өләсәһе, һан­дыҡ йоҙағын оҙаҡ аса ал­мағас, көрһөнөп ҡуя.– Йоҙаҡ ныҡ ҡартайған шул, – ти Фәдис, өләсәһен йәлләп. ***

Кескәйҙәр көлдөрә
Кескәйҙәр көлдөрә

Тәрбиәсе:
– Матур малай бит һин: танауың – атайыңдыҡы, күҙ­ҙәрең – әсәйеңдеке, – тип һоҡлана.
– Ә салбарым – ағайым­дыҡы! – Фәдис ихлас шатлана.
***
Фәдис әсәһе менән ҡу­наҡ­ҡа бара. Әсәһенең әхи­рәте кинәнеп ҡаршылай. Әсәһе хужабикәгә күстәнәс тоттора. Фәдис һорап ҡуя:
– Беҙ бик тәмле торт килтерҙек тә ул, әхирәтең күстәнәскә нимә бирер икән?
***
– Әсәй, ошо ҙур ҡарбузды ал, – ти Фәдис.
– Кеҫәм һай шул, улым.
– Ә һин кеҫәңә һалма, күтәреп кенә алып ҡайт, – тип өйрәтә малай.
***
Әсәһе:
– Йөрәккәйем, һыу эскең килһә, мине саҡырырһың.
Фәдис:
– Беләм бит: атайым тиҙ генә килеп етә.

Нажиә ИГЕҘЙӘНОВА.

Мин - Тимур

Ҡатыным мәҙәниәт өлкә­һендә эшләй. Халыҡ араһында мәҙәни-ағартыу эштәре алып бара. Бындай эштең бер етеш­һеҙлеге бар – ял көндәрендә өйҙә тормай. Сөнки халыҡ, ғәҙәттә, шәмбе һәм йәкшәмбелә күңел аса. Ҡатыным ни өсөн­дөр был байрамдарҙы ойошто­рорға тейеш. Һөҙөмтәлә ял көндәрендә бала менән улты­рырға мәжбүрмен.
Улыбыҙ Тимурға биш йәш. Бәләкәй булһа ла, ул уҡый һәм яҙа белә. Дөрөҫ, әлегә баҫма хәрефтәр менән генә. Әллә күпме дәфтәре бар, ләкин обойҙарға өҫтөнлөк бирә.
Иртән тороп, ашап-эсеп ал­ғас, беҙ бөҙрәханаға барырға булдыҡ. Тимурҙың сәсен тәр­типкә килтерергә. Парикмахер ҡатын алсаҡ булып сыҡты. Сәсен ҡырҡҡанда: «Нисек матур килеп сыҡты. Ҡайтҡас, әсәйең танымай ҙа торор әле», – тине.
Әсәһе эштән ҡайтты. Ишекте астым. Тимур үҙ бүлмәһенән килеп сыҡты. Беҙ ауыҙыбыҙҙы асып ҡатып ҡалдыҡ, уның маңлайына эре һәм кәкре-бөкрө хәрефтәр менән былай тип яҙылғайны: «Мин Тимур». Етмәһә, көҙгө сағылышында…

И. СӘҮБӘНОВ.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: