Етмәһә, хәйләләп. Быны шулайыраҡ аңларға кәрәк: йәнәһе, клиент аҡсаны һеҙгә үҙе бирә һәм үҙем шулай хәл иттем тип иҫәпләй.
Өләсәһе тауыш ҡуптармаған. Өйҙәге бөтә аҡсаны йыйып улыма тотторған:
– Хәҙер һин ай аҙағына тиклем бюджетты алып бараһың!
Ә тормош шулай ҡоролған: бөтә нәмәгә түләргә кәрәк. Электр утына, аҙыҡ-түлеккә, һыуға, хатта бәүелсәккә! Улым арифметика нигеҙҙәрен белә, шуға күрә шатлығын тиҙҙән күҙ йәштәре алмаштырған:
– Ай аҙағына тиклем етмәйәсәк.
Өләсәһе ҡаты торған:
– Был минең проблема түгел, кассанан аҡса бир, газға түләргә кәрәк.
Паркта йөрөгәндә олатаһы ейәнен киоск янында туҡтатҡан:
– Лимонад, спорт гәзите алайыҡ әле.
Яуап:
– Бер ниндәй ҙә гәзит, лимонад алмайбыҙ, бюджет мөмкинлек бирмәй!
Т. ҒӘҘЕЛШИНА.
Кескәйҙәр көлдөрә
Дәресеңде әҙерләнеңме әле?
– Юҡ.
– Улайһа ниңә йоҡларға яттың?
– Әҙ белһәң, ҡатыраҡ йоҡларһың.
***
Өләсәй менән ейән консерваторияла мәшһүр виолончелистың сығышын ҡарай. Ейән:
– Өләсәй, ағай йәшниген бысып төшөргәс, ҡайтып китәбеҙме?
***
– Айгөл, ағайыңдың биш бананы бар, һин уларҙың икеһен алдың, ти. Нимә килеп сыға?
– Ул минең кәрәкте бирә.
***
Марат әсәһенә:
– Мин һиңә өйләнәм...
Һуңынан һүҙенән кире ҡайта:
– Өйләнмәйем, әтеү минең әсәйем булмаясаҡ.
***
Балалар әсәләренең сумкаһын аҡтара. Әсә:
– Һеҙгә нисек оят түгел?! Сит кеше сумкаһын аҡтарыу килешмәй.
– Әсәй, һиндә сит кеше сумкаһымы ни?