+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
20 Июнь 2022, 12:00

Ҡапҡас

Ул ваҡытта беҙ яҡташым Әнғәм менән уни­верситеттың икенсе курсында уҡый инек. Каникулда студенттарҙың төҙөлөш отрядында эшләгәнлектән, ҡулыбыҙҙа аҡса бар ине. Фатир яллап йәшәргә булдыҡ

Ҡапҡас
Ҡапҡас

Үҙе­беҙгә оҡшаған фатирҙы көнөндә үк таптыҡ. Кискә табан арып-талып шунда килеп йы­ғылдыҡ. Әйберҙәрҙе урынлаштырғас, Әнғәм бүлмәне йыйыштырырға тотондо, ә мин ашарға бешерергә булдым. Кухняла һауыт-һаба менән бергә таба ла бар ине. Картуфты таҙартып, ҡыҙҙырырға плитәгә ҡуйыуын ҡуйҙым, тик ҡапҡасын таба алмайым. Һеҙ картуфты нисек ҡыҙҙыраһығыҙҙыр, уныһын әйтә алмайым, ә әсәйем табаны ҡаплай торғайны. Бер туҙып ҡапҡас эҙләргә тотондом. Бер ыңғай бүлмәлә әйберҙәрҙе лә урынлаштырам. Маташа торғас, ҡапҡас бөтөнләй иҫемдән сыҡҡан. Ҡабат кухняға инһәм, плитә янындағы ултырғыста ҡапҡас ята. «Афарин, Әнғәм!» – тип эстән генә сүп тү­гергә сыҡҡан дуҫымды маҡтап алдым.
Тамаҡты туйҙырғас, Әнғәм һауыт-һабаны йыуҙы, кухняны тәртипкә кил­терҙе. Ятырға әҙерләнеп йөрөй инем, бүл­мәгә Әнғәм инде.
– Һин сүп-сар биҙрәһенең ҡапҡасын күр­мәнеңме? Ниңәлер таба алмайым…
Бара
Баҙар. Туҡталыш. Автобус ҡуҙғалыр алдынан салонға сумкалар тотҡан бер әбей инде.
– Был автобус «Универсам»ға тиклем йөрөймө? – тип һораны ул кондуктор егеттән.
Автобус, әлбиттә, йөрөй. Пассажирҙар был хаҡта хәбәрҙар, сөнки алғы тәҙрәгә маршрут номеры менән бергә һуңғы туҡталыш «Универсам» тип яҙылған. Быны әбей ҙә беләлер, ышаныслы булһын өсөн һорашалыр инде.
Кондуктор егет бер нисә ыңғай яуапты кире ҡаҡты:
– Йөрөмәй!
– Нисек инде, был 95-се маршрут бит. «Универсам» – һуңғы туҡталыш.
– Йөрөмәй!
Пассажирҙар ризаһыҙлыҡ белдерҙе:
– Ниңә алдайһың?! Йөрөй бит!

– Йөрөмәй, ә бара! – тип яуапланы егет.

Р. ЯҠШЫБИРҘИН.

Фото: avangard-eco.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: