+22 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
23 Июнь , 17:10

Шәшке тун

Тун магазинында эшлә­йем. Беҙгә йы-ыуа-ан ҡатын килде. Ҡуян ти­реһенән те­гелгән тунды кейеп ҡа­раны ла, ниндәйҙер ярамаған нәмә күреп, ҡысҡырҙы:– Киҫәктәрҙән тегелгәнме ни?

Шәшке тун
Шәшке тун

– Ханым, бындай үлсәмдәге ҡу­яндарҙы ҡайҙа күргәнегеҙ бар?
Ул үпкәләне, бер нәмә лә алмай сығып китте.
***
– Ҡәҙерлем, минең шәшке тун кейгем килә!
– Мин һиңә әллә нисә тапҡыр аңлаттым бит инде. Тере шәшке алына, һауа үтмәҫлек итеп көпләнгән йәшниккә ултыртыла, унда газ ебәрелә... Йәки йәнлектең муйынын боралар. Йән биреп, түшкә һыуынғас, артҡы тәпәйҙәренән аҫып ҡуялар, бысаҡ менән яралар, ҡул менән тиреһен һыҙырып алалар...
– Етте, садист! Етте, ҡәбәхәт! Миңә бер ниндәй ҙә тун кәрәкмәй!
– Һин һәр ваҡыт шулай: йә кәрәк, йә кәрәкмәй!
***
Ирҙең күлдәге – ҡатындың йөҙө!
Ҡатындың туны – ирҙең йөҙө!
***
– Дуҫҡайым, ҡайғыңды уртаҡла­шам.
– Ни булды?
– Кисә ҡатыным шәшке тун һатып алды.
– Бында минең ниндәй ҡыҫы­лышым бар?
– Иртәгә ул ҡатыныңа ҡунаҡҡа барырға йыйына.
***
“Ғаилә ҡороу өсөн ир-егет менән танышам. Һеҙҙе таныу өсөн ҡулы­ғыҙға шәшке тун тотоуығыҙҙы үте­нәм”.
***
Ҡатын иренә ҡысҡыра:
– Тартыуыңды ташла! Һин тәмәкегә тотонған аҡсаға беҙ, беләһеңме, нимә һатып алған булыр инек?
– Беләм. Һиңә – тун, миңә – кукиш!

Д. ҒӘЛӘМШИНА.

Һүрәт: news.myseldon.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в