+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
30 Июнь 2022, 09:00

Хәйләкәр әбей

Маршруткала китеп барам. Янымда бер әбей ултыра. Мөләйем ҡарсыҡ, этлекле тип уйламаҫһың да.

Хәйләкәр әбей
Хәйләкәр әбей

Бер нисә туҡталыштан һуң урынынан торҙо, миңә күрһәтеп, шоферға: “Ейәнем тү­ләр”, – тине лә төшөп ҡалды. Мин асылған ауыҙымды ябырға ла онотоп хәтһеҙ ултырҙым. Ни хәл итәһең, түләргә тура килде…

Бына мин!

Троллейбусҡа һигеҙ-туғыҙ йәштәр тирәһендәге мәктәп уҡыусыһы инде. Кондуктор уға бәйләнергә тотондо, йә­нәһе, юл хаҡын түлә. Теге кирелә­нә: “Миндә уҡыусы­лар карточкаһы, тик өйҙә онотоп ҡалдырғанмын. Ми­ңә өс туҡталыш ҡына бара­һы, рюкзагым ныҡ ауыр”. Рюкзагы, ысынлап та, ауыр күренә, дәфтәрҙәр, китаптар тултырғандыр. Кондуктор бәйләнеү­ҙән туҡтамай: аҡса түлә йә карточ­каң­ды бир. Кешеләр асыулана башланы: “Ниңә балаға бәйләнәһең?”
Шунда бер ағай кондук­торға: “Ише­тәһеңме, Клара, бала янынан кит, тап­тың бәйләнер кеше. Берәй алкаш-маҙар килеп инһә, янына барырға ла ҡурҡыр инең әле. Ә балаға?..” Кон­дуктор яуап итеп нимәлер мы­ғырланы.
Троллейбус туҡталышҡа етте. Са­лон­ға саҡ һөйрәлеп… алкаш инде. Ше­шенгән, күҙ­ҙәре ҡыҫыҡ, аяғында саҡ баҫып тора, үҙенән һаҫыҡ еҫ аң­ҡый. Троллейбус ҡапыл урынынан ҡуҙғалды, алкаш кондукторҙың өҫ­төнә ауҙы. Халыҡтың үҙенә текәлгә­нен күреп, ул: “Бына мин!” – тине. Ба­рыһы ла тәгәрәп ятып көлөргә кереште. Ир нимә әйтергә кәрәклеген белде…

Р. ЙӘМИЛОВ.

Фото: Яндекс Дзен

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: