+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
5 Июль 2022, 14:00

Байыйым ғына тиһәм...

Хәтереңдә тот: Аллаһы Тә­ғәлә һиңә байырға ҡама­сау­лай, сөнки Ул аҡса һине аҙ­ҙырасағын белә. ***

Байыйым ғына тиһәм...
Байыйым ғына тиһәм...

Компанияла хеҙмәткәр­ҙәрҙе күпләп эштән бушатыу мәсьәләһен тикшергәндә яңы акция лозунгыһы бар­лыҡҡа килгән: “Өс кол­ле­гаңды ғариза яҙырға күндер һәм үҙ эш урыныңды һаҡ­лап ҡал!”
***
Мин – эшһеҙ, өйҙә ултырам, ләкин ғаиләлә өҫтөнлөк итәм. Бөгөн ҡатыныма, һа­у­ыт-һаба йыуырға яңы губка ҡасан алаһың, тип ҡыс­ҡырҙым.
***
Сигарет ҡаптарына яҙыу өсөн яңы текст: “Пенсия фонды сығымдарын кәме­тер­гә ярҙам иткәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ”.
***
– Һалымыңды түлә лә тыныслап йоҡла!
– Ас ҡорһаҡҡамы?
***
Байыйым ғына тиһәң, йә фатир өсөн түләргә кәрәк, йә туфли тишелеп сыға.
***
Карточканан аҡса алдым. Банкомат ниндәйҙер ят тауыш сығарҙы. Иһаһайланы, тип уйлайым.
***
Кесе бизнес өсөн махсус тәҡдим: “Беҙ асылдыҡ” ти­гән баннерға заказ биргәндә “Аренда” һәм “Һатыла” табличкалары бүләк итәбеҙ”.
***
Бөтә баҫма продукция ара­һынан аҡса әле булһа ҙур ихтыяж менән файҙаланы­ла.
***
– Ҡара әле, ҡара, шул тиклем әҙ! Һинекеме? Һыйпарға яраймы? Тотоп ҡарарға буламы?
– Эш хаҡымдан ҡулда­рың­ды ал!
***
Рәсәй Федерацияһында мәғариф реформаларын уңышлы үткәргәндән һуң белем кимәлдәре:
аҙ грамоталы (башланғыс белем);
грамоталы (урта белем);
үтә грамоталы (юғары белем).
***
Финанс хәле: магазинға үҙ пакеты менән йөрөй.
***
– Һин ришүәт алаһыңмы?
– Юҡ, аҡса алмайым.
– Ләкин һиңә ҡаршы 100 мең доллар ришүәт алған өсөн енәйәт эше ҡуҙғат­тылар.
– Был аҡсамы ни?

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: