-1 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
9 Июль 2022, 10:00

Аҡсағыҙҙы ваҡлап бирәм

Картаға аҡса һалыр өсөн һаҡлыҡ банкыһына индем. Йәш кенә оператор ҡыҙ ултыра.– Күпме һалаһығыҙ?– 3500 һум.

Аҡсағыҙҙы ваҡлап бирәм
Аҡсағыҙҙы ваҡлап бирәм

Дүрт меңлек тотторҙом. Ҡыҙ, иренен ҡымтып, уйға батты.
– Теләйһегеҙме, мин һеҙҙең бер меңлекте ваҡлап бирәм.
Алдыма ике биш йөҙлөк һалды. Хәҙер мин уйға баттым: “Ҡыҙыҡай мәктәптә уҡыманымы икән ни? Бала сағында магазинлы ла уйнамаған, күрәһең. Оператор булып эшкә урынлашҡас, бер кемгә лә аҡса ҡайтарып бирмәгән, ахыры...”

Һеҙгә почта килде

Баҡсала ер ҡаҙам. Күрше ҡатын өйөнән йүгереп сыға ла, почта йәшниген асып ҡарағас, мыңғырлай-мыңғырлай кире инеп китә. Өс тапҡыр шулай ҡабатланды. Түҙмәнем.
– Эш ниҙә? Әллә берәр нимә булдымы?
– Дөрөҫ әйтәһегеҙ, ниҙер булды. Компьютерым тота ла: “Һеҙгә почта килде”, – тип хәбәр итә.

Онотоп ҡалдырғанмын

Маршруткала китеп барам. Бер ҡатындың телефоны шылтыраны. Ул сумкаһын аҡтарҙы-аҡтарҙы ла тәрән көрһөндө:
– Өйҙә онотоп ҡалдырғанмындыр, ахыры...

Э. ӘМИРХАНОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: