+17 °С
Облачно
Мәҙәктәр
10 Июля 2022, 04:30

"Туҡмасы ғына эләгә"

Көҙ еткәс, ҡаҙ өмәһе үткә­рә­ләр. Ғаилә менән өҫтәл тирә­ләй теҙелешеп ултырып, туҡ­маслы ҡаҙ һурпаһы менән һый­ланалар. Әсәй кеше аш ҡалаҡтары ҡуйғанда яңылыш һурпаның өҫтөн йыя торған тишекле ҡалаҡ та килтереп ҡуя.

"Туҡмасы ғына эләгә""Туҡмасы ғына эләгә"
"Туҡмасы ғына эләгә"

– Ҡара, ниндәй ҡалаҡ кил­тергәнмен, шуның менән аш ашап булалыр шул, – тип кө­лөп ҡуя әсә кеше. Тапҡырбай быны эләктереп ала ла:
– Әсәй, ул ҡалаҡ менән нимә ашайҙар ул? – тип һорай.
– Ул ҡалаҡ аш ашарға бик шәп ул, – ти йәнәшә ултырған апаһы, малайҙы шаяртырға теләп.
– Ы-һ-ы, ысынлап та, – тип ҡеүәтләй Тапҡырбай. – Ул ҡа­лаҡ менән ашаһаң, туҡмасы ғына эләгә!
Быны ишеткән ун алты йәш­лек үҫмер өнһөҙ ҡала. Сөнки Тапҡырбайҙың туҡмас ярат­ҡанын барыһы ла белә…

«Бөгөн нимә урлайбыҙ?»

Тапҡырбай йәшәгән ауыл ҙур түгел, унда балалар баҡса­һы юҡ. Шуға күрә малай тәпәй атлап киткәндән башлап ферма мөдире булып эшләгән ата­һына колхоз биргән иҫке ма­ши­наға ултырып йөрөй. Атай кеше кеше-фәлән йөрөмәй баш­лағас, көн һайын багажникка һалып бер әйбер алып ҡайта: көрәк, һәнәк, һеперт­ке…
Көн һайын бер әйбер юға­лыуына аптыраған малсылар, үҙ-ара һөйләшеп, эштәре бөтһә лә өйҙәренә таралышмайҙар. Йыйылышып алалар ҙа, сәй эсеп, хәбәр һатып ултыра би­рәләр. Йыйылған халыҡтың тиҙ генә таралышырға уйла­мағанын белеп, мөдир кеше, малайын ултыртып ала ла тиҙ генә ҡайтыу яғына ҡуҙғала. Шул ваҡыт Тапҡырбай телгә килмәһенме:
– Атай, ә бөгөн нимә урлай­быҙ?

Аптырағыһы килгән

Тапҡырбай урамға сыҡһа, күр­ше бабай уға гел кәнфит би­рә. Көндәрҙең береһендә малай иптәштәре менән ҡапҡа ал­дына бушатылған ҡом өйө­мөндә уйнағанда урам аша ғы­на йортта йәшәгән пеләш башлы бабай сығып ҡапҡа төбөн­дәге эскәмйәгә ултыра. Быны күреп ҡалған Тапҡырбай, уйы­нын ҡалдырып, бабай яғына атлай. Бабай, күрәһең, был юлы үҙен шаяртырға те­ләп, Тапҡырбайға иғтибар ҙа итмәй. Малай, бабай янына йү­гереп килә лә, дүрт-биш аҙым ҡалғас, туҡтап ҡала. Бабайға ҡарап тора. Бабай һа­ман өндәшмәй. Тапҡырбай, бер иптәшенә, бер бабайға ҡарап ала ла, ҡулдарын ҡу­шып тотоп болғай башлай. (Нимәлер эшләргә кәрәк бит). Бабай, түҙмәй, Тапҡырбайға башлап өндәшә:
– Улым, ниңә аптыраның?
– Аптырағым килде! – тип яуаплай күп уйлап тормай ғына Тапҡырбай.

Аида ХӘЙРЕТДИНОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас