+14 °С
Облачно
Мәҙәктәр
14 Июля 2022, 09:00

Шахматсылар шаяра

Бүләккә - ат! Болгариялағы Габрово ҡалаһы­ның даны донъяға “көлкө ҡапсы­ғы” булараҡ таралған. Унан һуң, бындағы халыҡ һаранлығы менән дә айырыла икән.

Шахматсылар шаяраШахматсылар шаяра
Шахматсылар шаяра

Бер заман шулай шахматта оҫта уйнаусы ке­ше­нең малайы:
– Атай, миңә тыуған көнөмә ни­мә бирерһең икән? – тип һо­раған.
– Мин һиңә иҫ киткес бүләк әҙерләнем! – тип яуаплаған атай кеше.
– Ниндәй?
– Беҙ икәүләп шахмат уйнар­быҙ һәм мин һиңә “атымды” бушҡа ғына бирермен!..

Ҡыйын уйын

Төнгө ресторандан арыу ғына һалмыш бер ир сыға. Уның ҡаршыһына такси килеп туҡтай. Машина ҡабырғаһындағы шахмат таҡтаһы кеүек аҡлы-ҡаралы шаҡмаҡтарҙы шәйләп:
– Шеф, ваҡытың бармы? – тип һорай ир.
– Бар, – ти тегеһе.
– Әйҙә, улайһа, бер партия шахмат уйнап алйыҡ әле.
– Былай уйнау ҡыйын булыр – фигуралар ҡойолор, башта машинаны икенсе ҡабырғаһына ауҙар, – тип шаярта таксист.

Иҙәндәге матч

Драматург Эмиль Брагинский көслө генә шахматсы ла була. Бер ваҡыт уға гроссмейстер Александр Котов килә һәм Алехин тураһындағы пьесаһына рецензия яҙыуҙы үтенә.
– Пьесаң бик үҙенсәлекле әҫәр, тип яҙыуын яҙырмын, – ти драматург, – әммә бының өсөн Һеҙ миңә түләргә тейеш.
– Күпме? – тип ғәжәпләнә Котов.
– Минең менән һигеҙ партия шахмат уйнарһығыҙ.
Котов еңел һулап ҡуя. Әммә ул алданыраҡ шатлана. Рецен­зенттың көсөн белмәгән Котов мат ала. Еңелеү хурлығына сыҙай алмай, фигураларҙы иҙәнгә һыпырып төшөрә. Брагинский Котовтан йәшерәк була, шуға унан эйелеп фигуралар йыйҙы­рырға уңайһыҙлана һәм уйынды иҙәндә дауам итергә тәҡдим яһай. Әлбиттә, уйнай торғас, гроссмейстер Котов Брагинс­кийҙы еңә. Яҙыусы еңелә, уның ҡарауы, Котов ҡулына үҙ пьеса­һына яҙылған бына тигән рецензия килеп эләгә. Был рецензияға ышанғанда, пьесаны Нобель пре­мияһына тәҡдим итергә мөмкин була.

Ринат ШАХНАЗАРОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас