Ҡулъяулыҡ алып күҙемде баҫып ултырам. Эргәлә өлкәнерәк бер ҡатын баҫып тора. Шешенгән йөҙөнән, алама кейеменән, ниндәй тормош алып барыуы күренеп тора. Теге миңә йәлләп текләп ҡарап торҙо ла: “Илама, һеңлем. Мин һинең йәшеңдә һинән дә ҡурҡыныс инем. Барыбер кейәүгә сыға алдым”,-тимәһенме!
Йә иларға, йә көлөргә белмәй торғанда, автобусым килеп туҡтаны.