+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
21 Июль 2022, 10:00

Себендәр өҫтөндә лә эшләрбеҙ!

Бер колхозда отчет йыйылышы бара. Хужалыҡ етәксеһе былтырғы эш йомғаҡтары тураһында һөйләгәндә:– Фәлән нәмә өҫтөндә эшләнек, төгән нәмә өҫтөндә эшләнек, – тип маҡтана икән.

Себендәр өҫтөндә лә эшләрбеҙ!
Себендәр өҫтөндә лә эшләрбеҙ!

Шул саҡ ауыл клубы сәхнә­һендәге президиумда ултырған райком секретары, себен талауына түҙә алмайынса тороп баҫа ла, колхоз рәйесен бүлдерә:
– Иптәш Вәлиев, хужалыҡта төрлө йүнәлештә эш алып барыуығыҙ ҡыуаныслы, әлбиттә, тик бына клубтағы яуыз себендәргә ҡаршы һеҙҙә бер ниндәй ҙә сара күрелмәй буғай, – тип шелтә белдерә.
Был һүҙҙәрҙе ишетеүгә колхоз рәйесе башта бер аҙ ҡаушап, юғалып ҡала, ә унан һуң үҙен ҡулға алып:
– Эшләрбеҙ, Ғәли Ғәлиевич, эшләрбеҙ! Себендәр өҫтөндә лә эшләрбеҙ! – тип йылмая.

Күгәрсендәр кеүек

Хәмдиә ҡарсыҡтың малайы өйләнә. Туй уҙып бер ай үтеүгә, уның янына күрше ауылдағы әхирәте хәл белергә килә. Тирләп-бешеп сәй эсеп, гәпләшеп ултырғанда ҡунаҡ ҡатын:
– И-и-и, әхирәткәйем, улыңды өйләндергәнһең икән. Йәштәр нисек йәшәй һуң? – тип һорап ҡуя. Хәмдиә ҡарсыҡ ни тип тә яуап бирергә белмәйенсә:
– Һуң, әхирәт, йәштәр хәҙер нисек йәшәһен инде?.. Аллаға шөкөр, пар күгәрсендәр кеүек гөрләшеп йәшәйҙәр: бер көндө береһе тәҙрәнән осоп сыға, бер көндө икенсеһе! – тип йылмая.

Рәфил САМАТОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: