Ҡуҙғалып китеүҙәре була, инспектор туҡтата. Егеттең ҡото оса:
– Газды арттыр! Тиҙерәк бул!
– Ниңә сәбәләнәһең? Мең тәңкә лә булған аҡса, үҙем түләрмен! – ти ҡыҙ тыныс ҡына.
Егет:
– Машина урлаған өсөн ул ғына етмәҫ шул...
Тотҡарландыҡ
Хеҙмәттәшем менән эштә тотҡарландыҡ. Ныҡ тотҡарландыҡ. Икебеҙҙе лә өйҙә көтәләр. Хеҙмәттәшемдең ҡатыны, тегенең менән телефон аша әрләшәһе йәки асыулы “эсэмэска” ебәрәһе урынға, натюрморт фотоһы һалды: ит, ҡыҙҙырылған картуф һалынған тәрилкә, бер шешә һыра һәм биҙәкле лифчик.
Хеҙмәттәшем фотоға ҡарап алды ла бер минут эсендә йыйынып сығып та китте. Ә миңә эшләп бөтөргә... Етмәһә, ҡатыным ҡамасаулай, минут һайын шылтырата.
Р. УРАЗБАЕВ.