-6 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
26 Июль 2022, 16:00

"Балаңдың саңын борҡотма"

(Беҙҙең ауылда) Борон әбейҙәр аят сәйҙәренә килендәре менән бергә йөрөр булған. Йәш быуын­ды үҙ арттарынан эйәртергә, белгән­дәрен өйрәтеп ҡа­лырға тырышҡан улар.

"Балаңдың саңын борҡотма"
"Балаңдың саңын борҡотма"

Тик ҡунаҡҡа бала-сағаһын алып килеүселәрҙе өнәп еткермәгәндәр.
Сиратлашып саҡырыу Хөмәйрә әбейгә лә килеп етә. Ҡәйнәһе менән кил­гән йәш килендең сабыйын да алып килеп, һикертеп ултырғанын күргәс, хужабикә:
— Ҡуйсы, Көнбикә килен, балаңдың саңын борҡотма –тигән.
Йәш әсә нимә тиергә лә белмәй:
— Йыуындырып ҡына алып килгәйнем ул, – тип әйткән, ти.

Розалия ТЕҮӘЛБАЕВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: