-6 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
27 Июль 2022, 15:00

Балаларым йоҡлай

(Мәрәкә) Беҙҙең белгес саҡырыу буйынса мыжыҡ ҡатындың өйөнә бара. Уның маҙабыҙға тейеүенә аҙна булалыр, диспетчерҙарҙы тамам йөҙәтеп бөттө.

Балаларым йоҡлай
Балаларым йоҡлай

Ҡаланың икенсе яғында йәшәй, маршрут боҙолһа ла, унан тиҙерәк ҡотолорға теләнек. Белгес көн­дөҙгө берҙәр тирәһендә килеп етә. До­мофонға шылтырата. Ҡатын асмай, бышылдай:
– Әлегә ярамай.
Ремонтсы, асыуланып:
– Ни булды? Һеҙ бит кисә тап ошо ваҡытта килергә ҡушҡанһығыҙ.
Ҡатын:
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, индерә алмайым, балаларым йоҡлай.
Ремонтсы:
– Йоҡлаһындар. Беҙ шауламаҫҡа тырышырбыҙ.
– Юҡ... юҡ... тағы ла бер тапҡыр юҡ! Йоҡоларынан тормайынса индермәйем.
Белгес аптырағас диспетчер менән бәйләнешкә инә, шунан тағы ла ҡатынға шылтырата. Файҙаһыҙ. Һуңынан, бөттө-китте! Балалары йоҡлай, уларҙы уятырға ярамай! Ремонтсы йәне көйөп домофонға ҡысҡыра:
– Балаларың ҡасан уяна һуң?
Ҡатын, асыуланып:
– Мин ҡайҙан беләйем!
...Баҡтиһәң, улар төнө буйы эсеп сыҡҡан икән!

Ф. ҠОТЛОБИРҘИН.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: