Насретдин бының сәбәбен һорашҡан. Мөхәммәт үҙе менән булған хәлде бәйнә-бәйнә һөйләп биргән. Бил бөгөп көнө-төнө эшләһә лә, хужа кеше эш хаҡын түләргә уйламай ҙа икән. «Елде тотоп алып, уны хөкөмгә тарттырһаң ғына эш хаҡын түләйем, – ти икән. – Сөнки ул минең иң яратҡан емешемде ағасынан ҡойоп төшөрҙө».
Күпме генә тырышһа ла Мөхәммәт елде ҡыуып тота алмаған.
– Эй, дуҫым! – тигән Насретдин, ауыр көрһөнөп, – ул бит бөтә ҡалаға танылған һаран кеше! Хеҙмәтселәренә кеше эшләй алмаҫлыҡ эш ҡуша ла, аҡсаһын түләмәй, ҡыуа ла сығара.
Хужа Насретдин дуҫын ҡыҙғанған һәм үҙенсә теге байҙан Мөхәммәттең үсен алырға булған.
Хужа Насретдин уға өс айға эшкә ялланған. Өс ай үтеүгә эш хаҡы талап иткән.
– Бурысымды бөгөн үк түләрмен, тик һин минең һуңғы үтенесемде үтә, – тип бик мәкерле йылмайған бай. – Үтәһәң – аҡса һинеке, ә үтәмәһәң – үҙеңә үпкәлә.
– Ә миңә нимә эшләргә?
– Баҙарға барып миңә «ух» менән «ах»ты алып кил.
Насретдин баҙарға бармай, туп-тура урманға сапҡан, ти. Ул саян менән фаланганы тотоп алған да, уларҙы янсығына һалып хужаға килгән.
– Мин һораған нәмәне алдыңмы?
– Алдым, бай әфәнде.
– Ә ҡайҙа һуң ул? – тип түҙемһеҙләнгән бай.
– Бына бында, – тигән дә Насретдин байға янсығын һуҙған.
Бай ҡулын янсыҡҡа тығыуы булған, саян тешләп тә алған. Һаран бай ҡысҡыра башлаған:
– Ах-а-ах!.. ах-а-ах!..
– Янсыҡта аҫтараҡ «ух» та бар, – тип йылмайған Насретдин.
Шулай итеп, байҙан үсен дә, аҡсаһын да ҡайырып алған, ти, Хужа Насретдин.
Фото: u-ssr.ru