-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
30 Июль 2022, 13:30

Хужа Насретдин мәҙәктәре

ТАБА МЕНӘН ҠАҘАНХужа Насретдин күршеһен­дәге байға таба һорарға ингән. – Бай әфәнде, бер өс көнгә табаңды биреп торсо.

Хужа Насретдин мәҙәктәре
Хужа Насретдин мәҙәктәре

– Ваҡытында килтерһәң, алыр­һың.
Өс көн үткәс, бай Хужаға та­баһын һорап ингән. Хужа бай­ҙың ҙур табаһына бәләкәй та­ба ла һалып биргән. Бай Ху­жаға:
– Бер генә таба биргәйнем, ә һин миңә икәү итеп бирәһең түгелме, ни өсөн? – тип һора­ған.
– Бай әфәнде, бер ҙә аптыра­ма, табаң быуаҙ булған икән, миңә килгәс тә балаланы ла ҡуйҙы.
Бай ике табаны ла алып ҡай­тып киткән. Бер нисә көндән һуң, йомошо төшөп Хужа бай­ға тағы килгән. Был юлы ул ҙур ҡаҙан һораған. Бай, өс көн фай­ҙаланып торорға тип, ҙур ҡаҙа­нын биреп сығарған.
Өс көн үткәс, бай яңынан ҡа­ҙанын һорап Хужаға килгән.
Хужа был юлы:
– Бай әфәнде, бик ҙур ҡайғы бит әле, ҡаҙаның үлде лә ҡуй­ҙы, бик ҡартайған булһа кәрәк, – тигән.
Бай асыуланып:
– Һи, наҙан, ҡаҙандың үлгә­нен ҡайҙа күргәнең бар?! – тип ҡысҡырына башлағас, Хужа:
– Һай, ахмаҡ, табаның бала­лауына ышанғас ни, ҡаҙандың үлеүенә лә ышан да ҡуй инде, – тип, байҙы өйөнән ҡыуып сы­ғарған.

Фото: u-ssr.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: