+17 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Мәҙәктәр
7 Августа 2022, 05:00

Шәрә ҡаҙҙар

Ауылда йәшәүселәрҙең кү­беһе һымаҡ, улар ҙа ҡаҙ аҫра­ған. Ләкин күршеләре быны оҡшатмаған, сөнки ҡоштар баҡса­ларынан сыға белмәгән, барыһын да һыпырып ашаған.

Шәрә ҡаҙҙарШәрә ҡаҙҙар
Шәрә ҡаҙҙар

Берҙән-бер көндө ир менән ҡатын урмандан ҡурай еләге йыйып алып ҡайтҡан. Алып ҡайтҡандар ҙа онотҡандар. Иҫтәренә төшөргәндә ул әсеп, ажғырып ултырған. Ни эшлә­тергә? Түккәндәр. Ә ҡаҙҙар тотҡан да ашаған.
Ир менән ҡатын өйҙәренән сыҡһа, уларҙың барыһы ла аяҡ һуҙған, ти. Күр­шеләрҙең генә эше, ағыулағандар, тигән уйға килгәндәр. Боҙоҡ итте ашарға яра­май. Һис юғы мамығын әрәм итмәйек, тип тегеләрҙе йолҡҡандар. Шунан урманға алып барып, соҡорға ташла­ғандар.
Ә иртән тотош ауыл урман­дан теҙе­лешеп ҡайтҡан шәп-шәрә ҡаҙҙарҙы тамаша ҡыл­ған.

Аҡтар һәм ҡыҙылдар

Мотаһар күршеләрҙеке ме­нән бутал­маһын өсөн ҡаҙҙарын буярға булған. Магазиндан ҡыҙыл буяу алып ҡайтҡан да тегеләрҙең арҡаһына тәре һәм ярым ай төшөрөп сыҡҡан. Ысын күңелдән эшләгән, буяу йәл түгел, юғалмаһындар ғына.
Ҡаҙҙар йылғаға киткән. Кис көнө ауыл геү килгән, бар ха­лыҡ урамға ябырылған: юлдан ҡып-ҡыҙыл ҡаҙҙар отряды атлаған.
– Граждандар һуғышындағы һымаҡ, иртән аҡтар китте, кискә ҡыҙылдар килде, – тигән Шәмсетдин бабай.

Р. ИҪӘНҒОЛОВ.

Фото: zoovet48.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас