+13 °С
Облачно
Мәҙәктәр
9 Августа 2022, 12:30

Хужа Насретдин мәҙәктәре

Тартмай– Хужа ағай, һин тәмәке тар­та­һыңмы ул?– Юҡ.– Ниңә?– Ҡалабыҙ былай ҙа төтөн менән тулған.

Хужа Насретдин мәҙәктәреХужа Насретдин мәҙәктәре
Хужа Насретдин мәҙәктәре

Ялҡытҡан
Хужа яңғыҙы ғына урам буйлап үтеп бара.
– Хужа ағай, ишәгең ҡайҙа?
– Ҡатын үҙе менән алып ҡайтып киткән. – Бер аҙҙан бо­йоҡ ҡына өҫтәп ҡуя: – Ишәк ҡайтыр ул, ҡатын ғына ҡайт­ма­һа ярар ине...

Һағынған
Хужа байтаҡ ҡына ситтә йө­рөп, өйҙәренә ҡайтҡас, ҡаты­нынан:
– Мине юғалтманыңмы һуң? – тип һораған.
– Әйттең һүҙ, һинең кеүек ишәкле кешеләр бөткән, ти?!

Тапты
Хужа ишәген юғалтҡас, эҙ­ләп мәшәҡәтләнмәй, күрәҙә­сегә бара. Күрәҙәсе:
– Тә-әк, үҙегеҙҙең тирәлә, бер ҡараңғы ерҙә... – тип һөйләнә башлағас, Хужа уның һүҙен бүлдерә:
– Етте, аңлашылды! – Күрә­ҙә­сенең ҡатып ҡалыуын күр­гәс, өҫтәп ҡуя: – Минең ауылда биш ҡатыным бар, тимәк, шуларҙың береһенең һара­йында бикле тора.

Бар икән
Баҙарҙа Хужаға берәү эт тәҡ­дим итә:
– Ал, бик осһоҙға һатам.
– Рәхмәт! Ундай эт өйҙә берәү бар инде.

Буш ҡайтмай
Хужанан танышы:
– Хужа ағай, балыҡ ҡармаҡ­ларға яратаһың икән, берәй ваҡыт буш ҡул менән ҡайтҡа­ның бармы һуң? – тип һорай.
– Юҡ.
– Булмаҫ!
– Балыҡ эләкмәһә, магазиндан һатып алам.

Тимербулат МӨХӘМӘТҠОЛОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас