- Был үлгән ҡуяндыр, моғайын. Ана, күҙҙәре лә йомоҡ, тын алышы ла һиҙелмәй, – тине егеттәр араһынан берәү.
- Юҡ, тере ул!.. Ышанмаһағыҙ, хәҙер ергә төшөрәм, – тине Ахун, үҙе лә ҡуянға шикле ҡарап.
Теге мәхлүк ҡулдан ысҡыныуы менән, ҡапыл ырғып торҙо ла, урман яғына ҡарай сапты... Егеттәрҙән бигерәк, Ахун ни эшләргә белмәйенсә торған ерендә шаҡ ҡатып ҡалғайны...
Төлкөнән дә хәйләкәр булып сыҡты шул был оҙон ҡолаҡ.
Ауыр эш
Ҡояш тауҙар артына ҡасып, күҙ бәйләнгәс, Аҡбай исемле эт күршеһе сәүеккә кергән дә былай тигән:
- Әйҙә күрше, бер аҙ саф һауала йөрөп ҡайтайыҡ. Күрәһеңме, төн ниндәй матур!
- Ләкин сәүек баш тарта:
- Йонсоғанмын, бөгөн эш бик ауыр булды, – ти.
- Ниңә, әллә соҡор ҡаҙыныңмы?
- Юҡ... Хужам көн оҙонона аты менән яландан сапҡан бесән ташыны, ә мин уға эйәреп йөрөнөм...