+11 °С
Облачно
Мәҙәктәр
13 Августа 2022, 08:00

Әҙ-мәҙ мәҙәк

Әгәр һеҙгә бик күп ҡунаҡ килһә, йоҡлатырға урынығыҙ булмаһа, араҡыны күберәк алы­ғыҙ, улар ятырға урынды үҙҙәре табасаҡ. ***

Әҙ-мәҙ мәҙәкӘҙ-мәҙ мәҙәк
Әҙ-мәҙ мәҙәк

Ҡатыны компьютер янында ултырған ире эргәһенә килеп:
– Бер аҙ уйнап алайым әле!
– Һин иҙән йыуғанда мин сеп­рәгеңде килеп һорамайым бит…
***
– Ҡәҙерлем, мин һинән айырылам!
Ниңә?
– Осһоҙораҡты таптым…
***
– Ҡотлайым! Әллә ҡайҙан өйләнгән кеше булыуың күренеп тора, үтекләнгән күлдәк кей­гәнһең!
– Эйе, өйләндем шул, ҡатын иң беренсе эш итеп кер үтек­ләргә өйрәтте.
***
Әгәр дүшәмбе иртән баш ауыртмай икән, тимәк, был ши­шәмбе көн.
***
– Ниңә баҡсаңа ҡарасҡы ҡуйманың?
– Һи, мин үҙем һәр ваҡыт өйҙә бит…
***
Ике әхирәт һөйләшә:
– Мәймүнә, бәлки миңә ке­йәүгә сығырғалыр?
– Кемгә?
– Әлегә белмәйем. Һантый­ҙар бөткән тип уйлайһыңмы?!
***
Ике әхирәт осраша:
– Улың бигерәк иреңә оҡша­ған икән!
– Һөйләмә лә инде, үҙем дә шуға аптырайым…
***
– Ҡәҙерлем, бөгөн беҙгә ҡу­наҡтар килә, берәй нәмә әҙерлә инде…
– Уның бер ҡыйынлығы ла юҡ. Нисек әҙерләргә: улар тағы килерлек булһынмы, әллә беҙгә табан боролоп та ҡарамаҫлыҡ итепме?
***
Кешеләрҙең шул хәтле юғары белем алырға ынтылыуына иҫем китә. Миҫал өсөн, беҙҙең офиста 25 хеҙмәткәрҙең бары тик икеһе: йыйыштырыусы һәм курьерҙың ғына юғары белеме бар…
***
Әгәр «Мерседес» артабан да машиналарҙың электроника­һын камиллаштырыуҙы дауам итһә, улар, беҙҙең юлдарҙы күреп, Рәсәйҙән Германияға ҡаса башлаясаҡ.

***
Ишектәр магазинында эшләү­се һаҡсы бер аҙна урамға сыға алмай яфалана.
Фәнүз ХӘБИБУЛЛИН йыйҙы.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас