+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
30 Август 2022, 18:30

Мәрәкәләр

Барыһы ла яңыАвтомеханик дуҫымдың улы тыуҙы. Кис көнө телен арҡыры тешләп, арып-талып эштән ҡай­тып инһә – малайы туҡтауһыҙ илай.

Мәрәкәләр
Мәрәкәләр

– Берәй ере ауырталыр инде, – тип өҙгөләнә икән.
Дуҫым:
– Нимәһе ауыртһын, унда ба­рыһы ла яңы! – тигән.
***
Минең проблема түгел

Дуҫлашып йөрөгән егетем менән киноға барырға һөйләш­кәйнек. Мин кейенгән, төҙәнгән-би­ҙәнгән арала биш йәшлек һеңлем Дамирҙы һорауға күмде.
– Дамир ағай, һин ҡасан апайыма өйләнәһең?
– Ә һиңә апайың менән айырылышыу ҡыйын булмаҫмы һуң? Мин уны алып киткәс, кире ҡайтармаясаҡмын бит.
– Алып китә генә күр! Мин риза! Унан барыбер бер файҙа ла юҡ: һауыт-һабаны йыумай, ашарға әҙерләмәй, бүлмәһенә индер­мәй, көнө буйы компьютерҙа со­ҡона, әллә ниндәй ҡолаҡ тон­дорғос музыка аҡырта.
Күҙе шарҙай булған Дамир бер аҙҙан:
– Мин уны мәжбүр итергә тейешме ни? – тип һораны.
– Уныһы инде, Дамир ағай, минең проблема түгел, һинеке.
***

Айырым бүлмә

Бер ҡыҙға күптән хыялланған ноутбук бүләк иткәндәр. Ағалары бүләккә бик һөйөнгән. Өлкәне шунда уҡ һеңлеһен компьютер тураһындағы китаптар менән күмеп ташлаған:
– Уҡы, бер аҙнанан компью­терҙа минән дә шәберәк бе­лерһең...
Кесе туғаны:
– Ә ике аҙнанан текә хакерға әйләнерһең һәм Пентагондың сайтын пыран-заран килтерер­һең... (Уйсан ғына.) Ә өс аҙнанан һине тотоп төрмәгә ултыртып ҡуйырҙар... (Хыялға бирелеп.) Шунан минең айырым бүлмәм булыр...

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: