+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
5 Сентябрь 2022, 15:00

Йоҡо

Концертҡа билет алғайным. Көн һыуыҡ булғас, такси саҡырттым. Ул килгәнсе башымды диванға терәп торғайным, йоҡлағанмын да кит­кәнмен. Бер сәғәт... Тағы шылтыраттым:

Йоҡо
Йоҡо

– Мин такси саҡыртҡайным. Уны көткән арала йоҡлағанмын да ҡуй­ғанмын. Яңынан машина ебәрегеҙ инде.
– Ярай, беҙҙең шылтыратҡанды көтөгөҙ.
Ҡабат шылтыратҡас, заказдар ҡабул итеүсе ҡыҙ рәхәтләнеп көлдө:
– Өйөгөҙ янында шул уҡ машина көтә. Һеҙҙең сыҡҡанды көткәндә шофер ҙа йоҡлаған.

 А. БУЛАТОВ.


Аҙағы нисегерәк булды?

Йәйге көндәрҙә ауыл ҡарт­тары­ның йыйылышып, үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп, мәрәкәләшеп ултыра торған ғәҙәте бар. Шундай осра­шыуҙарҙың береһендә араларынан олорағы эргәһендә ултырғанынан:
– Ғилметдин ҡорҙаш, иҫләй­һең­мелер-юҡмылыр, һуғыш ваҡы­тын­да беҙгә ҡатын-ҡыҙҙарға яҡын­ламаҫ өсөн укол эшләгәйнеләр. Онот­маһаң, уның аҙағы нисегерәк булды һуң әле? – тип һораған.
– Кәк оноторға, кәк иҫләмәҫкә, когда-тогда уның шауҡымы күптән түгел генә беленә башланы, – тип яуаплаған ҡорҙашы.

Фәрит РӘМОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: