ТАМАҠ ТУЙҘЫ
Төшкө сәйҙе беҙ офиста эсәбеҙ. Бер ваҡыт сәй эсергә генә ултырғайныҡ, элек бергә эшләгән пенсионер ағайыбыҙ килеп инде лә:
– Нисек, ҡыҙҙар, тамаҡ туйҙымы? – тип һораны.
– Туйыуын туйманы, әммә туйған һымаҡ булды, – тигәйнек: «Уныһы тағы нисек була инде?» – тип көлөргә тотондо.
ГРЕЧКА, ПШЕНО, МУКА
Эштән һуң, автобуста өйгә ҡайтып барам. Ике күҙем дә тәҙрәлә. Ҡапыл ҡайҙандыр ҡарағусҡыл ҡыҙыл төҫтәге «Газель» килеп сыҡты. Гел генә һарыһын күреп өйрәнгәс, әллә нисек булып китте. Башта төҫөнә аптыраһам, һуңынан «Газель»дең ҡабырғаһындағы рекламаға күҙем төштө. Унда эре хәрефтәр менән «Гречка, пшено, мука» тип яҙылғайны. Салонында кеше баштары күренә ине. Ә ҡайҙа гречка, пшено, мука? Быны күреп, автобустағы халыҡ гөж килә башланы. Машина күҙҙән юғалғансы рәхәтләнеп көлдөк.
ВАҠ БӘЛЕШ
Төш еткәс, ашханала бер нисә бәлеш алып, сәй генә эсеп тамаҡ ялғамаҡсы булдым. Минең арттан күрше бүлмәлә эшләгән оло ғына йәштәге ағай ҙа төшкәйне. Ул: “Ваҡ бәлеш тә ваҡ бәлеш”, – тип ашнаҡсыларҙан ниндәйҙер бәлеш таптыра. Мин аптырап уға ҡарап ҡуйҙым да:
– Ағай , ул бит «ваҡ бәлеш» түгел, хәҙер беҙ уны «фик бәлеш» тип йөрөтәбеҙ, – тинем, йырылған ауыҙҙы саҡ тыйып. – Бер яҡтан, ныҡ бәләкәйләнде, ике тешләрлек, икенсенән, эсендәге ите-маҙары ла кәмене. Әүәл совет осоронда беҙ ашаған «ваҡ бәлеш»тең яртыһы хәтле генә булып ҡалды. Шулай булғас, ниндәй «ваҡ бәлеш» булһын ул, белеп аша, ул хәҙер “фик бәлеш”кә әйләнде.
Шулай итеп, теге ағай менән көлөшә-көлөшә «ваҡ бәлеш» урынына «фик бәлеш» ашап сыҡтыҡ.
С. АЙРАНОВА