

Айына ике мәртәбә балалары менән больничныйҙа ултырған, хеҙмәт хаҡы ғына алған әсәләр тауыш ҡуптарҙы. Ялыу яҙҙылар, тик бер нәмәгә лә өлгәшә алманылар – барыһы ла закон буйынса.
Һәм мөғжизә – аҙна һайын тымаулаған балалар ҡапыл һауыҡты! Шефыбыҙ әйтмешләй, “хет һаулыҡ һаҡлау министрлығына яҙығыҙ – ҡарт көнөмдә сирҙәрҙән панацея эҙләп таптым!”
Ғәҙәттән тыш хәл
Мин эшләгән предприятиела ҡыҙыҡ хәл булды. Һаҡ цехҡа ике шешә спирт алып инергә маташҡан хеҙмәткәрҙе тотто (коллегабыҙҙың тыуған көнө ине). Тиҙ арала планерка ойошторолдо, унда бөтә мастерҙар ҙа ҡатнашты. Предприятие директоры телмәрен былай тип башланы:
– Нимә, беҙҙең үҙебеҙҙең спирт бөткәнме әллә?!
БДИ-гә мәҙхиә
Кисә инкассатор булып эшләүсе дуҫым һөйләне. Бөтә бүлек менән рәхәтләнеп көлдөк. Артабан уның һүҙҙәре буйынса.
– Дарыухананан көндәлек аҡса алам. Ә унда ғәҙәттән тыш хәл, кемдер ялған биш меңлек менән иҫәпләшкән. Барыһы ла йыйылған, һатыусы ҡыҙ ҙа, түрәләрҙән кемдер, йәш кенә полиция хеҙмәткәре. Ҡыҙ туҡтауһыҙ һулҡылдай, түрә ҡатын бешкән помидор һымаҡ ҡып-ҡыҙыл, полицейский өйөнә ашыға.
Уларҙы ялған аҡса тураһында акт тултырғанда тап иттем. Йәнәһе, нимә һатып алғандар һ. б. Шунда ҡыҙ телгә килде:
– Ул ни бары ике шешә арыҫлан ҡойроғо төнәтмәһе һәм аспирин һатып алды. (Ниндәй дарыу икәне иҫемдә ҡалмаған, әйҙә, аспирин булһын).170 һумға ғына. Миңә шул 170 һумды бирегеҙ, кассаға үҙемдең кеҫәнән сығарып һалам, ә теге ялғанын ташлайбыҙ.
Был һүҙҙәрҙе ҡыҙ әллә тойғоға бирелеп әйтте, әллә башҡаларҙың кискә табан башы эшләмәй башлағайнымы, әллә мәктәптә барыһы ла йыр дәресенән “биш”кә генә уҡығанмы, шулай ҙа һәммәһе лә берҙәм баш ҡаҡты һәм протоколды ташлап ҡайтырға йыйынырға тотондо. Ә минең телемдән шайтан тартты шикелле:
– Сдачаны ла һин уға ялған аҡса менән ҡайтарҙыңмы?..
Оҙон сәс
Эш көнө тамамланды. Беҙ оҙон сәсле коллегабыҙ менән тәмәке төтәтеп торабыҙ. Яныбыҙға етәксебеҙ килде, курткаһын кейгән, портфелен тотҡан, һаубуллашып, ҡулыбыҙҙы ҡыҫа. Шунан ҡулын һелтәне лә, мин дә һеҙҙең менән тартайым әле, тип тәмәкеһен тоҡандырҙы. Үҙе тарта, үҙе оҙон сәсле коллегабыҙға ҡарап-ҡарап ала.
– Һин минең янға яҡын килмә, – ти.
Беҙ аңламайбыҙ. Теге аңлата:
– Кисә ҡатыным курткамдан һинең оҙон сәсеңде алды ла, миңә бик оҙаҡ текләп ҡарап торҙо. Мин уға, беҙҙең менән оҙон сәсле бер диуана эшләй, тинем. Аңланы булһа кәрәк. Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлаған, тиҙәрме әле, шуға күрә үпкәләмә.
Б. ИРНАЗАРОВ.