-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
20 Сентябрь 2022, 15:00

Ағайым мәҙәктәре

..Йомортҡа ла ашаманыАғайыма биш йәш тирәһе. Әсәйем һыуға киткәс, үгәй атаһы килеп инә. Ул итеген дә сисеп тормай түрбашҡа үтә, мейес артындағы ағас күнәктән ҡунаҡҡа тип әҙерләнгән балды һоҫоп эсә, бер йомортҡаны сей килеш эсеп, ҡабығын мейес эсенә ырғыта ла ағайыма:— Мин бал эскәнде лә, йомортҡа ашағанды ла әсәйеңә әйтмә, йәме, — тип киҫәтеп ҡуя.

Ағайым мәҙәктәре
Ағайым мәҙәктәре
Һыуҙан ҡайтып ингән әсәйемә улы (ағайым):
— Әсәй, олатай бал да эсмәне, йомортҡа ла ашаманы, — ти.

— Ай, дуңғыҙ, әйтмә, тигәй­нем дә инде, — тип көлгән була олатай.

“Мин дә...”

Ағайым — етенсе класс уҡыусыһы. Ул кис һайын клубҡа сығып китә. “Беҙ Яңы йылға спектакль өйрәнәбеҙ”, — ти. Шулай бер айҙай йөрөй ул.

Иң тәүҙә спектаклде күрше ауылдарҙа күрһәтергә уйлайҙар, ағайым да улар менән, әлбиттә. Шулай оҫтарғас, үҙҙәрендә ҡуйырға булалар.

Атайым-әсәйем, апайҙарым, клубҡа иң беренселәрҙән булып барып, тәүге рәткә ултыра. Спектакль башлана. Ҡыҙҙар-малайҙар бик килештереп уйнай, ә ағайым күренмәй ҙә күренмәй. Тик иң һуңынан күмәк сәхнәлә генә ул бер һүҙ әйтә: “Мин дә...”

Тамаҡ төбөнә китте

Ағайыма — ете йәш. Дүрт һәм биш йәшлек һеңлеләре бар. Әсәйем уларға берәр кәнфит бирә. Ағайым кәнфитен йота ла ебәрә: “Ай, кәнфитемде ашай алманым, тамаҡ төбөнә китте лә барҙы”, — тип илай яҙып ҡыс­ҡыра ул, тәмләп-тәмләп кән­фит һурған һеңле­ләренә ҡарап.

Ике һуҡҡандар

Ағайым өсөнсө класта уҡып йөрөй. Бер көндө ул мәктәптән илап ҡайтып инә:
— Ни булды? — тип һорай өйҙәгеләр.

— Уҡытыусы ағай миңә “ике” һуҡты, ә Йәмилгә, йүнләп һөйләмәһә лә, “дүрт” һуҡты, — тип һамаҡлап-һамаҡлап илай ул.

Эштең ниҙә икәнен тиҙ генә төшөнөп алған атаһы, мут йылмайып:
— Ана, Йәмилгә дүрт һуҡһа ла өндәшмәй, ә һин ике һуҡҡанға ла илап тораһың, — ти.

Атаһының “аңламағанына” йәне көйгән малай мыжыуынан шып туҡтай ҙа тышҡа сығып китә.
 
https://bash.bashgazet.ru/litiratura/36566-aajym-mktre.html
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: