+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
24 Сентябрь 2022, 16:00

Мәҙәктәр – мәрәкәләр

Һаман хәтерләйемКлиент беренсе тапҡыр шылтырата.– Телефон номерығыҙҙы әйтегеҙ, мин яҙып алам, – тим.– Һеҙ былай ҙа хәтерегеҙҙә ҡалдырасаҡһығыҙ.– Юҡ, лутсы яҙып алам.

Мәҙәктәр – мәрәкәләр
Мәҙәктәр – мәрәкәләр

–Былай ҙа хәтерегеҙҙә ҡалдыра­саҡ­­­һығыҙ, тинем дә баһа.
– Йә, ниндәй номер һуң?
– Бер, ике, өс, спирт градусы, яртылаш спирт градусы.
Егерме йылдан ашыу ваҡыт үтте, ул номер күптән ғәмәлдән сыҡты, ә мин уны һаман хәтеремдә тотам.

Янсыҡ

Бер аҙна элек беҙгә эш хаҡын ҡулаҡса менән бирҙеләр. Сәбәбе ябай: бухгалтерия банкыға аҡса күсереп өлгөрмәгән, ә алда ике көн ял, түрәбеҙ, был көндәрҙә хеҙмәткәр­ҙәренең уй-ниәттәре булыуы ихтимал тип уйлап, ҡулдарыбыҙға конверт тотторҙо.
Тап ошо көндө коллегабыҙ янсығын юғалтты. Унда 50 мең һум самаһы аҡса. Ләкин иң ҡыҙығы бөгөн булды. Кабинетҡа ресепшнда ултырған ҡыҙ инде, ҡулында янсыҡ.
– Илсуров Илһам урынындамы?
– Юҡ, эштән һорап китте. (Документтар юллар өсөн, уныһын әйтеп торманыҡ).
– Бында уға янсыҡ ҡалдырҙылар. Уға был хаҡта хәбәр итегеҙ әле, зинһар.
Бер сәғәттән ул офиста ине инде. Янсығы, документтары һәм, иң аптыратҡаны, аҡсаһы урынында ине. Ләкин янсығы бысраҡ, автомобиль шинаһы эҙҙәре бар. Ресепшнда уға янсыҡты һуҡбайға оҡшаған ир килтереүен әйттеләр. Егетебеҙ бер нисә секундҡа ҡатып ҡалды ла, һаҡтан видеояҙманы күрһәтеүҙәрен үтенде, күргәндәренән саҡ илап ебәрмәне.
– Ул көндө йәйәү ҡайттым, – тип һөйләне ул. – Фатирға ингәс, янсыҡты юғалтыуымды аңланым, эҙләргә сығып йүгерҙем. Офисҡа тиклем барып еттем, ләкин бер нәмә лә тапманым. Шунан эскәмйәгә ултырҙым, башымда бутҡа. Байтаҡ аҡса бит. Сәғәт самаһы ултырғанмындыр, яныма бер ир килде, һуҡбай, ни булды, тип һорашырға кереште. Башта уның менән һөйләшкем килмәне, Шулай ҙа барыһын да һөйләп бирҙем. Ул яуап итеп йылмайҙы: “Ошо ла булған ҡайғы? Миңә ҡара ла үҙеңә ҡара!” Шунан миңә нисектер еңел булып китте, уны шауырма менән һыйларға тәҡдим иттем. Кеҫәмдә 500 һум аҡса бар ине. Ашаныҡ, һөйләшеп ултыр­ҙыҡ, ул, барыһы ла һәйбәт буласаҡ, тине лә китеп барҙы Бөгөн шундай яңылыҡ. Мин уны эҙләп табырға тейешмен.

Йылмайыштыҡ

Йәй. Түҙеп торғоһоҙ эҫе. Эштән һорап киттем, йәнәһе, поликлиникаға барам. Һөйәркәмде саҡырҙым да пляжға юлландыҡ. Унда директоры­быҙҙы бер мөләйем ханым менән тап иттем. Бер-беребеҙгә ҡараштыҡ та, һүҙһеҙ генә йылмайыштыҡ.

Р. АЛЛАМОРАТОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: