+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
2 Ноябрь 2022, 16:05

Мәрәкәләр

Бәлки, теге...Төпкөл ауыл. Йыйылыш. Унда ҡат­нашыусыларҙың береһе һүҙ ала:– Рәйес, бәлки, уны – теге игенде? Ҡаланан килгән теге кеше кеүек эшләйек, хәтереңдәлер, ул беҙҙән ике гектар ер алды, унда сүп үләне сәсте, хәҙер джипта йөрөй.

Мәрәкәләр
Мәрәкәләр

Рәйес:
– Юҡ, мин быға ышанмайым, ул, бәлки, хазина тапҡандыр йәки лотереяға отҡандыр. Бының булыуы мөмкин түгел, ике гектар сүп үләне – киндерҙән шул ҡәҙәр аҡса эшләп булалыр шул?

Танышҡым килгәйне
Университетта уҡығанда сауҙа үҙәгендә йыйыштырыусы булып эшләнем. Унда бик һылыу һатыусы ҡыҙ эшләй ине. Уның менән бик сәйер танышырға теләнем. Уның бүлеген­дәге манекендарҙы төрлөсә ҡылан­дыр­ҙым: йә ҡулдарын күтәрәм, йә баштарын борам, йә бер-береһенә ҡарап торорлоҡ итеп баҫтырып ҡуям. Быларҙың барыһы ла минең эш икәнен аңлағанын көтәм.
Бер көндө уны эштә тап итмәнем. Аҙаҡ эштән китеүен ишетеп ҡалдым. Бүлек мөдиренә, манекендар тере, тип әйткән. Мөдир бындай мыҫҡыл итеүҙе күтәрә алмаған, үҙ теләге менән эштән ебәргән.
Һылыу, ғәфү ит, минең һинең менән танышҡым килгәйне.

К. ЙОМАҒОЛОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: