

Яңы ғына эшенән ирем шылтыратты, тулҡынланған тауыш менән генераль директор почтаһына килгән минең резюмены ҡарарға ҡушты. Файлды астым, ә унда фотография урынында – пони һүрәте, текст: “Ҡыҙыҡлы эш эҙләйем, хеҙмәт хаҡының әһәмиәте юҡ. Картуф менән тәмле бөйөрөк бешерә алам, көршәктә тағы ла нимәлер”. Телефон номеры, электрон почта, исем-шәрифтәр, әлбиттә, минеке.
Баҡтиһәң, өс аҙна элек беҙҙә ҡунаҡта булғанда иремдең кесе һеңлеһе миңә “ярҙам” итмәксе булған. Резюмены ул көндән һуң биш тапҡыр ебәреп өлгөргәйнем. Әле бына уйлап ултырам, номерҙы һәм электрон почтаны алыштырырғамы, әллә шунда уҡ ҡаланымы?
“Иртәгә” апай
Мин үҙ ваҡытында энергетика университетын тамамланым. Уҡыу тураһында нигеҙҙә һәйбәт тәьҫирҙәр ҡалған. Ҡайһы бер нәмәләрҙе иҫәпкә алмағанда.
Беҙҙә, мәҫәлән, студенттарҙың да, уҡытыусыларҙың да тормошон боҙоусы персонаж бар ине. Алла Юрьевна. Уның кеүек һатлыҡ апай университетта башҡаса юҡ ине, барыһы ла аҡса менән. Аҡса төртһәң дә шунда уҡ эшләй һалмай, инәлтә, артынан эйәреп йөрөргә мәжбүр итә.
Дәүләт имтихандары алдынан бер ҡағыҙ кәрәк ине. Уны Алла Юрьевна бирергә тейеш, бирмәй, “иртәгә” тип бора ла сығара. Иртәгәһен барһаң, “иртәгә” тинем бит, ти, асыуланып. Ваҡыт сығып бара, түҙмәнем, туранан-тура һораным – күпме? Ул сумманы атаны, арыу ғына, ләкин минең өсөн барыбер ине, юҡһа, дипломһыҙ ҡалам.
Барыһы ла һәйбәт булыр ине, ул “һумдарҙа кәрәкмәй”, ти. Ниндәй валютала, тип һорайым. Ул миңә иҫәргә ҡараған кеүек баға, йәнәһе, “үҙең аңлайһың”. Ныҡ хәтерем ҡалды... Һуң ул бит ҡағыҙға түләүһеҙ ҡул ҡуйырға тейеш. Ректорға барыуҙың мәғәнәһен күрмәнем, кем белә, бәлки, бергәләп эш итәләрҙер?
Шунда егеттәрҙең береһе нимә эшләргә кәрәклеген аңлатты. Билдәләнгән көндә елемләп йәбештерелгән конвертты ҡулына тотторҙом. Күҙ алдымда мин артынан ярты йыл йөрөгән ҡағыҙға ҡул ҡуйҙы ла: “Һумдарҙа түгелдер бит?” – тип һораны. Юҡ, тип яуапланым, кабинеттан сыҡтым. Уның монгол тугриктарын нисек алмаштырыуы мине ҡыҙыҡһындырманы. Уларҙы миңә Мәскәүҙән алып ҡайтҡайнылар – ә ул аҡсаны ниндәй валютала бирергә икәнен әйтмәне.
Барыһына ла уңайлы
Беҙҙә супермаркет янында павильондар теҙелгән. Уларҙа икмәк, йәшелсә, ит һәм башҡа аҙыҡ-түлек һаталар. Береһендә пицца яһайҙар. Павильонға оло баннер эленгән, унда кеше ҙурлығындағы ике пицца төшөрөлгән. Исемдәре сит ил телендә, әйтергә лә ҡыйын, иҫтә лә ҡалмай.
Бер ваҡыт ниндәйҙер хулигандар, бәлки, конкуренттарҙыр, төндә бер пиццаға себен, икенсеһенә тараҡан төшөргән. Шул тиклем оҫта төшөргәндәр, бөжәктәр пиццаларға ҡарағанда ла матурыраҡ. Хулигандар, себендәр һәм тараҡандар һатып алыусыларҙы өркөтөр, тип иҫәпләгәндер. Хужа башта баннерҙы алыштырырға йыйынды, ул йыйынғансы себен менән тараҡан коммерция мәғәнәһенә һәм маркетинг әһәмиәтенә эйә булды. Хәҙер һатып алыусылар вата-емерә сит ил телендәге һүҙҙәрҙе әйтеү урынына: “Миңә себенле ҙурҙы, тараҡанлы ике бәләкәйҙе”, – ти.
Барыһына ла уңайлы.
М. САБИРОВА.