+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
8 Ноябрь 2022, 13:00

Мәҙәктәр – мәрәкәләр

Әйтә алманыңСтанцияла торабыҙ, поездың туҡталышы. Минең менән күрше плацкартта иҫерек ир бара. Һауа һуларға вагондан ул да сыҡты, янына сиған ҡатыны килде.

Мәҙәктәр – мәрәкәләр
Мәҙәктәр – мәрәкәләр

– Ҡәҙерлем, усыма аҡса һал, ни теләһәң, шуны әйтәм.
Юлдашым кеҫәһенән иллелек сығарҙы:
– Миңә радийҙың ярым таралыу осорон әйт.
Сиған ҡатынының күҙе маңлайына менде, ыҡ-мыҡ итте.
– Бына күрҙеңме, әйтә алманың! – Иҫерек аҡсаһын кеҫәһенә тыҡты ла вагонға тәнтерәкләне.

Тапҡыр әсә
Ҡатын, артынан 15 бала эйәртеп, социаль тәьминәт хеҙмәте офисына инә.
– Оһо! – тип таң ҡала хеҙмәткәр. – Бөтәһе лә үҙегеҙҙекеме?
– Эйе, барыһы ла үҙемдеке, – тип ауыр һулай был һорауҙы йөҙҙәрсә мәртәбә ишеткән ҡатын. – Вася, ултыр. – Балалар ултырыша.
– Шулай итеп, – ти хеҙмәткәр, – миңә һеҙҙе теркәргә кәрәк. Балала­рығыҙҙың исемдәрен әйтегеҙ.
– Бында барыһы ла бик ябай, – тип яуаплай әсә. – Малайҙарҙың исеме – Василий, ә ҡыҙҙарҙыҡы – Василиса.
Үҙенең ҡолаҡтарына ышанмай, хеҙмәткәр һорай:
– Һеҙ ысынлапмы? Уларҙың барыһы ла Васямы?
– Эйе, был минең тормошомдо ныҡ еңеләйтә. Мин иртән уларға “Вася!” тип ҡысҡырам, һәм улар йоҡонан уяна. Ашарға ваҡыт етһә, “Вася!” тип ҡысҡырам, һәм уларҙың барыһы ла өҫтәл артына ултыра. Иҫкәрмә яһаһам, барыһы ла шаярыуҙан туҡтай. Шәп бит, ә!
Социаль хеҙмәткәр әсәнең фекере менән ризалашмай, бары тик маңлайын йыйыра:
– Әгәр һеҙгә балаларҙың бөтәһен дә түгел, ә береһен генә саҡырырға кәрәк булһа, ни эшләйһегеҙ?
– Ул ваҡытта фамилиялары буйынса саҡырам.

Иртәгә килегеҙ
Банкир стоматологҡа килгән.
– Үлтереп тешем ауырта, хәлем юҡ, төнө буйы йоҡлай алманым.
Стоматолог барыһын да карточкаға яҙған.
– Иртәгә килегеҙ.
– Нисек иртәгә? Мин йоҡлай алмайым.
– Иҫегеҙҙәме, мин һеҙҙең банкыға вкладымды ябырға барғайным, ә һеҙ миңә, ғаризаны кисә бирергә кәрәк ине, тинегеҙ.

Аңра

Бер ир ауыл янындағы туҡталышта автобус көтөп тора. Яҡында ғына тотош баҫыу булып ромашка үҫкән. Машина килеп туҡтай.
– Ромашканы күпменән һатаһың? – тип һорай шофер. – Һөйәркәмә бүләк итергә теләйем.
– Гөлләмәһе 500 һум, – ти ир бер талай уйланғас.
– Ҡиммәт, әйҙә 300-гә.
Ир ризалаша.
Бик ҡәнәғәт ҡалған шофер юлда уйланып бара: “Тегене ҡыҙыҡ иттем, 200 тәңкәгә бөлдөрҙөм. Аңра икәне маңлайына яҙылған”.

Яҙмыш шаярыуы

Кис көнө репетициянан һуң (ул бик шәп бейей) университеттан ҡайтып килгәндә курсташымды әзмәүерҙәй ир туҡтата ла тәмәке, аҡса таптыра. Тәмәке лә (бейеүселәр тартмай), аҡса ла (студентта ҡайҙан булһын?) тапмағас, телефонын тартып ала.
Бур телефонды ремонт оҫтаха­наһына тапшырып, аҡса эшләмәксе була. Яҙмыш шаярыуымылыр, түгел­мелер, унда курсташымдың ике туған ағаһы эшләгән була. Ул ҡустыһының телефонын шунда уҡ таный һәм бурҙы тейешле ергә тапшыра. Тегене һигеҙ йылға хөкөм итәләр, сөнки кеше­ләрҙе талауы беренсе тапҡыр ғына түгел икән.

И. ҠЫҘРАСОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: