+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
11 Ноябрь 2022, 16:00

Мәҙәктәр – мәрәкәләр

Йәш аша көлөүБеҙҙең колледжда (элекке профтехучилищела) дәрес бара. Бер студенттың докладын тыңларға йыйынабыҙ. Титул битенә ҙур һәм ҡалын хәрефтәр “ДОКЛАТ” тип яҙған.

Мәҙәктәр – мәрәкәләр
Мәҙәктәр – мәрәкәләр

Хатаны күргәс, төркөмдәшебеҙ­ҙең кимәлен белгәнгә күрә, үҙ алдыбыҙға йылмайыштыҡ, иреш­термәнек. Аудиторияға дәрескә һуңлаған төркөмдәшебеҙ инде. Уҡытыусы уға һорау бирҙе:
– Бында ниндәй хата бар?
Ул оҙаҡ уйланманы, шунда уҡ яуап бирҙе:
– Дөрөҫө – ДАКЛАТ.

Анатомиянан имтихан

Медицина университетында уҡы­ғанда булған ҡыҙыҡлы хәл тура­һынла һөйләгем килә. Анатомиянан имтихан бирәбеҙ. Үҙемдең билетҡа әҙерләнгән арала бер мөләйем ҡыҙ яуап бирҙе. Бер һорауы стоматология буйынса ине. Уҡытыусы уны мыҫҡылланы, күрәһең, ҡыҙҙың яуаптары ҡәнәғәтлек биргәндер.
– Кеше тештәрен нисә тапҡыр алыштыра? – тип һораны.
Яуап бик еңел: бер тапҡыр, һөт һәм даими тештәр. Ҡыҙ мыштырланы:
– Ике тапҡыр!
Уҡытыусы ҡыҙыҡһынып ҡабатлап һораны:
– Ниндәйҙәр?
– Ни... һөт тештәре – даимиға, ә даими тештәр алтынға алышына.
Күҙҙәребеҙҙән йәштәр атылып сыҡҡансы һаһылданыҡ, ә ҡыҙ “бишле” алды.

Таба

Институтҡа уҡырға инеп, ятаҡҡа урынлашҡас, әсәйем миңә ҙу-ур таба бирҙе:
– Был таба менән астан үлмәҫһең.
Әсәйемдең һүҙҙәре бик сәйер тойолдо. Табаны ашап булмай ҙа баһа?! Үҙе лә ашарға әҙерләп бирмәй.
Ныҡ яңылышҡанмын икән. Кү­мәкләшеп нимәлер бешерһәк, мин һәр ваҡыт таба менән ҡатнаша инем. Ә бындай табалар ятаҡта бик һирәк булғас, мине йыш саҡыр­ҙылар. Табаны ҡыҙҙар ҙа һораны. Уны кире ҡайтарғанда бешергән ризыҡтарынан миңә лә өлөш сығарҙылар. Табаны арендаға алып торған өсөн.

Ф. СЫРТЛАНОВ.

Юғалып ҡалмаған

Әсәйем нисек имтихан тапшыр­ғанын һөйләне.
Билет тартып ала, тик ике һорауҙың береһен генә белә. Яуап бирергә ултыра.
– Икенсе һорауҙан башларға мөмкинме? – тип һорай. Профессор ғәжәпләнә:
– Айырмаһын күрмәйем, йә, ярай, һөйлә.
Яуап биргәндә аудиторияға икенсе уҡытыусы инә.
– Һеҙҙе кафедраға саҡыралар.
– Улайһа, унан имтиханды һеҙ ҡабул итегеҙ, ул бер һорауға яуап бирҙе инде, – ти ҙә профессор кафедраға китә.
Уҡытыусы ултыра, әсәйем юғалып ҡалмай, шул уҡ һорауға яуап бирә башлай.
Имтиханға әҙерләнгән курсташтары тыйыла алмай көлә. Әсәйем “отл” ала.

Ә. АҠТУҒАНОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: