+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
12 Ноябрь 2022, 10:00

Күршеләр

Күршеләр, ҡыуанығыҙ! Беҙ ике йылға һуҙылған ремонтты тамамланыҡ. Перфоратор менән дрелде һаттым, аҡсаһына караоке һатып алдым! ***

Күршеләр
Күршеләр

Әгәр кеше күршеһен маҡтаһа, тимәк, ул фатирын алмаштырырға йыйына.
***
Күршем ярты төнгә ҡәҙәр йоҡларға ирек бирмәне, тыуған көнөн билдәләне. Иртәгәһен иртүк эшкә киткәндә уға шылтыраттым: “Вадим, машинаңды металлоломға тапшыраһыңмы әллә? Юҡ? Сәйер. Улайһа, машинаң ниңә тәгәрмәстәрһеҙ, ишектәрһеҙ гараж башында тора?” Йүгерһен әле, махмурҙан файҙалы.
***
Кисә киске сәғәт туғыҙҙа өҫтәге күршеләр һуғыш иғлан итмәйенсә балаларына пианино килтерҙе.
***
Миңә стенала тишек тишер өсөн бер минут самаһы ваҡыт кәрәк. Ни өсөн һуң, ҡайҙа ғына йәшәһәм дә, күршеләргә быға ярты төн талап ителә?
***
Яңы фатирға күстем, күршем ревматизм менән яфалана, тип уйланым, сөнки ҡар яуа башлаһа, һүгенергә тотона, хатта стена аша ишетелә. Баҡтиһәң, ул урам һепереүсе булып эшләй икән.
***
Сәлмәновтар тәҙрә артына тағараҡ элгән. Ҡоштарҙы яратҡан өсөн түгел, ә түбәнге ҡатта йәшәүсе күршеләренең телевидение тәрилкәһен бысратыу өсөн.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: