+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
12 Декабрь 2022, 15:00

Әҙ-мәҙ мәҙәк

Фатир ишеген шаҡып бер егет килеп инә лә, үҙен реклама агенты тип таныштырып, иҙәндәге келәм өҫтөнә буяу түгә. Хужабикә, иҫе китеп, башын тота. Ә егет: – Хәҙер беҙҙең фирма­ның яңы препаратын ҡулланып, ке­ләмегеҙ хаҡында бор­со­­­лоу­ы­ғыҙҙы бөтөрәбеҙ, – ти.

Әҙ-мәҙ мәҙәк
Әҙ-мәҙ мәҙәк

– Был тапты бөтөрә торған нәмәгеҙме? – ти ҡатын.
– Юҡ, был – тынысландыра тор­ған яңы дарыу.
***
– Fәҙилә, hин шундай ма­турhың, аҡыллыhың, ни өсөн hаман кейәүгә сыҡмайhың? – ти танышы.
– Ниңә? Минең бит өрә тор­ған этем, талаша торған ту­тый­ғошом, төнө буйы әллә ҡайҙа йөрөп ҡайта торған бесәйем бар бит инде...
***
– Әйтегеҙ әле, табип әфән­де, бер минут көлөү кеше ғүмерен биш минутҡа оҙо­найта, тиеүҙәре дөрөҫмө?
– Был һорауға тура ғына яуап биреп булмай. Кемдән кө­ләһең бит... Уның ҡарауы, ғүмереңдең ҡыҫҡарыуы ла бар.
***
Төнгө сәғәт дүрттә:
– Әллеү! Әгәр ҙә хәҙер үк музыкағыҙҙы һүн­дермәһәгеҙ, полиция саҡырам!
– Ниңә? Оҡшамаймы ни? Оҡшамаһа. Беҙҙән алыҫыраҡ урамға күсегеҙ, һеҙҙе кем тота?
– Ә мин бүтән райондан шылтыратам ул...

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: