-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
8 Ғинуар 2023, 17:00

Беҙҙең ауыл мәҙәктәре

Муллағол ағай таҡмаҡтары Беҙҙең ауылда күптән инде көтөүсе ялламайҙар. Мал-тыуар­ҙы урманға сиратлап алып сы­ғалар. Муллағол ағайҙың күр­ше­һе көтөүҙән ҡайтып, тупһа­һына ла баҫырға өлгөрмәй, бер-ике ҡа­тын килеп, әрләп тә китә.

Беҙҙең ауыл мәҙәктәре
Беҙҙең ауыл мәҙәктәре

Ке­шенең ниндәйе булмай, йә улар­ҙың һарыҡ-кәзәһе ҡайтма­ған, йә һыйы­рының аяғы аҡһаған. Ә ул арып-талсығып ҡайтҡан, ял итер­гә кәрәк.
Бына шул әрләү-һүгенеүҙәрҙе Муллағол таҡмаҡсы ишетеп тор­ған да көтөүсегә былай тип әйт­кән:
Һис ваҡытта килешә алмаҫ
Ас туҡ менән.
Йә булмаһа, мал эйәһе
Пастух менән.
Хәҙер мин дә көтөүҙән ҡайтып, шундай хәлгә тарыһам, ошо таҡ­маҡ-лаҡапты иҫемә төшөрәм.

***
Йыл һайын колхоз идараһы йәйен үҙҙәренең пенсионерҙа­рына бесәндән өлөш сығара ине. Өлкән кешеләр бит, саба алмай­ҙар. Ташып алыуы тағы бер бәлә. Ҡайһы берәүҙәр, бесәндең сифаты насар, гел аламаны килтереп ауҙаралар, тип зарланалар икән.
Быны күреп-белеп йөрөгән Муллағол былай тип таҡмаҡ сы­ғар­ған:
Пенсионерҙарға
һый-хөрмәт!
Бесәндәре
ҡый-бөрмәт...
Хәҙер өлкән кешеләргә ошон­дайыраҡ “ярҙам” күрһә­телһә, ошо таҡмаҡты хәтергә төшөрә­ләр.

Харис ТЕЛӘМОВ.

«Аҡай, йырлағы килә»

Кәрим менән Әхмәт ҡалаға һатыу итергә бара. Көн кискә ауышҡас, урыҫ знакумдарында ҡунырға ҡалалар. Иван, ағалы-ҡустыға мейес башына урын һала. Унда Кәрим әсеп ултырған балды күреп ҡала. Өй хужалары йоҡлап киткәс, Кәрим менән Әхмәт бал тәмләп ҡарарға була. Тик нисек? Һауыт юҡ, кү­тәреп эсергә көс етмәй. Уйланып ята торғас, Әхмәттең ҡулына һалам килеп эләгә. Ат санаһынан ке­йеменә эләгеп кергән. Шулай итеп, был икәү, алмаш-тилмәш, һалам аша бал һурып эсергә тотона. Бер заман, Әхмәттең кү­ңе­ле булып: “Аҡай, минең йыр­лағым килә,” – тип аға­һын төрт­көсләй башлай. Кә­рим, ҡустыһын көс-хәл менән тыйып, таң аттыра.
Хәҙер беҙҙең яҡта мәжлестәр­ҙә:
– Аҡай, әллә һинең йырлағың килә инде, – тип һыйлау ҡәҙим­ге күренеш.

«Биш тин өҫтәһәм...»

Илле йыл әүәл була был хәл. Ҡышҡыһын ауылдаштар баҙарға һатыу итергә китә. Бер-нисә кеше саналарына тейәп, бесән дә алып бара. Оҙаҡ та тормай араларынан берәүһе осһоҙ ғына хаҡҡа бесән һатып ебәрә. Быны күреп башҡалар: “Садиҡ, хаҡ төшөрөп, ниңә осһоҙға һаттың? Бушҡа бирҙең бит, ҡайтһаң еңгә лә үпкәләр әле,” – тип һатыусыға ябырылалар. Садиҡ ауылдаштарын тыңлап бөтә лә, бер аҙ талашып торғандан һуң, етди тауыш менән: “Ярар, өйҙә биш тин аҡсам ҡалған ине, ҡушыр ҙа бирермен,” – ти ҙә ҡайтып китә. Ошо хәлдән һуң, ауылда бе­рәй­һенә әҙ күләмдә әйбер тоттор­һаң: “Әй, әллә биш тинен дә ҡушып бирҙең инде,” – тип шаярталар.

Гөлнара ҒӘЛИЕВА.

«Сколько километр?»

Оло Байыҡ ауылында йәшәүсе Марс бабайҙың мәҙәктәре күп ине. Шуларҙың береһен яҙып ебәрергә булдым.
Бабайым ғүмер буйы механизатор булып эшләне. Ауылдан сыҡҡаны юҡ тиерлек. Бер ваҡыт ул Ишембай ҡалаһына баҙарға барған. Эргәһендә оҙон бер егетте күреп, хайран ҡалған. Марс бабай, был ни, ике метр барҙыр, тип уйлаған. Үҙенән һорарға ҡыймаған, етмәһә, урыҫсаһы ла самалы. Эргәһендә тегеләй-былай борғоланып йөрөй торғас, һорарға баҙнат иткән:
– Сынок, сколько тебя километр? – тигән.
Теге егет башҡорт булып сыҡ­ҡан. Шаярта, тип уйлағандыр инде, үҙе лә шулай уҡ яуап биргән:
– Бабай, миңә метр ҙа туҡһан биш километр!
Хәҙер ауылда: «Сколько тебя километр?» – тигән лаҡап йөрөй.

В. МИҢЛЕҒОЛОВА.

«Бе-бе-бензин бар, ш-шланга юҡ»

Был хәл Йылайыр районында булған. Минең танышым Йомабай шофёр булып эшләгән саҡта, рейстан ҡайтып килешләй бензины бөткән. Ул элек тә, хәҙер ҙә тотлоғоп һөйләшә.
Был биҙрәһен тотоп, юлға сыҡ­ҡан. Бына бер ваҡыт машина килеп туҡтаған.
– Ни булды? – тип ҡысҡырған теге таныш булмаған егет.
– Минең бе-бе-бе-бензиным бөттө, бе-бе-бензиның юҡмы?– тип һораған.
Теге егет: «Ш-ш-ш-шлангам юҡ, ш-ш-шлангаң булһа бе-бензин бирәм», – тип яуап ҡайтар­ған. Баҡһаң, ул да тотлоғоп һөй­ләшкән булған икән.
Йомабай үсегеп китеп: «Һин нимә, мине үсекләйһең», – тип, теге егеттең башына биҙрә ме­нән ҡундырған.
Шунан улар һуғышып киткән.
Былар икеһенең дә тотлоғоп һөйләшкәндәрен белеп ҡалған­дар ҙа, ғәфү үтенешеп, ҡайтып киткәндәр. Бына шулай ҙа була икән ул, шуның өсөн юлда йө­рө­гән саҡтарҙа, абай, һаҡ булы­ғыҙ, дуҫтар.

Ф. ҺЫРЛЫБАЕВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: