+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
12 Ғинуар 2023, 09:00

Мәҙәктәр

– Һин табипта булдыңмы?– Эйе, кисә булдым.– Ул һинән берәй нәмә таптымы?– Эйе, өс меңем бар ине, ул икеһен алып ҡалды.***

Мәҙәктәр
Мәҙәктәр
– Һеҙҙең колбаса комбинатына саҡ ҡына булһа ла ит килтерәләрме?
– Килтерәләр.
– Ә ул ҡайҙа китә?
– Ашханаға, хеҙмәткәрҙәрҙең ашына.
***
Табын. Ҡәрҙәштәр. Гәпләшеп ултырабыҙ. Янымда һеңлем. Миңә – 21, уға 11 йәш. Мин яңыраҡ бер туйҙа булыуым, кәләш ырғытҡан гөлләмәне тота алмауым тураһында һөйләйем. Кәйефем ҡырылып, күҙ йәштәренә төйөләм. Һеңлем ҡайғымды уртаҡлашып, ҡулын иңбашыма һалды:
– Ҡайғырма, апай, минең туйҙа гөлләмәне мотлаҡ тоторһоң!

***
Балалар лагеры. Йоҡларға ятырға ваҡыт. Һәр кемдең ҡулында телефон. Кемдер музыка тыңлай, кемдер смс яҙыша. Вожатый:
– Бөтәгеҙ ҙә телефонығыҙҙы тапшырығыҙ!
Йыйып пакетҡа тултыра. Иртән вожатыйҙың тауышы яңғырай:
– Ҡәбәхәттәр!
Баҡһаң, һәр бала телефонын тапшырыр алдынан будильник ҡуйған икән. Төнгө сәғәт икегә, өскә, дүрткә… Ҡыҫҡаһы, иртәнгә тиклем телефон будильниктары шылтырай…
 
 
Автор:
Читайте нас: