-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
14 Ғинуар 2023, 15:00

Мәҙәктәр – мәрәкәләр

Күршеләр, ҡыуанығыҙ! Ике йылға һуҙылған ремонтты тамамланыҡ. Перфоратор менән дрелде һаттым, аҡсаһына караоке һатып алдым!***Әгәр кеше күршеһен маҡтаһа, тимәк, ул фатирын алмаштырырға йыйына.***

Мәҙәктәр – мәрәкәләр
Мәҙәктәр – мәрәкәләр
Күршем ярты төнгә ҡәҙәр йоҡларға ирек бирмәне, тыуған көнөн билдәләне. Иртәгәһен иртүк эшкә киткәндә уға шылтыраттым: “Вадим, машинаңды металлоломға тапшыраһыңмы әллә? Юҡ? Сәйер. Улайһа, машинаң ниңә тәгәрмәсһеҙ, ишекһеҙ, үҙе гараж башында тора?” Йүгерһен әле, бахмурҙан файҙалы.
***
Кисә киске сәғәт туғыҙҙа өҫтәге күршеләр һуғыш иғлан итмәйенсә балаларына пианино алып ҡайтты.
***
Миңә стенала тишек тишер өсөн бер минут самаһы ваҡыт кәрәк. Ни өсөн һуң, ҡайҙа ғына йәшәһәм дә, күршеләр ярты төн дырылдата?
***
Яңы фатирға күстем, күршем ревматизм менән яфалана, тип уйланым, сөнки ҡар яуа башлаһа, һүгенергә тотона, хатта стена аша ишетелә. Баҡтиһәң, ул урам һепереүсе булып эшләй икән.
***
Сәлмәновтар тәҙрә артына тағараҡ элгән. Ҡоштарҙы яратҡан өсөн түгел, ә түбәнге ҡатта йәшәүсе күршеләренең телевидение тәрилкәһен бысратыр өсөн.
 
Автор:
Читайте нас: