+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
19 Ғинуар 2023, 14:00

Беҙҙең ауыл мәҙәктәре

«Мин һыйырҙан һорамайым...» Район үҙәгендә үҙ эшен оҫта белгән ветеринар бул­ған. Ул ауырып киткән дә дауаханаға барған. Табипҡа ингән.– Йә, һөйләп ебәр, ҡайһы ерең ауырта? Нисек ауырый­һың?

Беҙҙең ауыл мәҙәктәре
Беҙҙең ауыл мәҙәктәре

– Мин, Рәхим Хамматович, һыйырҙарҙан ҡайһы ерең ауырта тип һорамайым, ҡара­йым да беләм, – ти икән ауырыу ветеринар. – Ҡарағыҙ ҙа диагноз ҡуйығыҙ.
Табип, бер аҙ уйланып ул­тыр­ған да, быға сисенергә ҡушҡан. Арҡаларын, түштә­рен арлы-бирле баҫҡылап ҡарағандан һуң шәфҡәт туташын саҡырып:
– Быға тоҙ һалып, бер биҙрә ашлы һыу бирегеҙ. Бер-ике көн тотҡас, мандымаһа, һу­йырбыҙ, – тигән ти.

Ике майор, 15 башҡорт

Бер бабай менән әбей йоҡ­ларға ятҡас, уларҙың өй тәҙ­рәһен сиртеп:
– Ун биш баш ҡорот һәм ике йомғаҡ май Себергә китте, – тигәндәр, ти.
Әбей ята биргәс:
– Йә инде, Хоҙай, ике майоры урыҫтыр әле, уларына бер ни булмаҫ, анау ун биш башҡортто ни эшләтерҙәр инде, меҫкендәр, – тип йәлләгән икән.
Иртән тороп, аласыҡҡа сыҡ­һа­лар, 15 баш ҡорот, 2 йомғаҡ май урынында юҡ, ти.

Фәнүзә ИШБАЕВА.
Бөрйән районы.

Муйылға бәйлә

Беҙҙең ауылда бөтә ғүме­рен колхоз эшенә арнаған, Бөйөк Ватан һуғышының ут-ялҡынын кискән Шаһибал ҡарт йәшәй. Әле һөйләнәсәк әкәмәт уның хаҡында. Яңы­раҡ ҡына өйләнгән Шаһибал менән ҡайныһы күс ҡунды­рырға күтәргән умартаһын ҡарарға китәләр. Барып ет­һәләр, бәрәкалла, күс ҡунған, тимәк, кейәүҙең ырыҫы бар! Малай­лыҡтан сығырға ла өл­гөрмәгән кейәүе өйрәнә тор­һон, типтер инде, ҡайныһы ағас башына үҙе менеп китә. Матурлап умар­таның кейәһен яба ла, арҡан менән ныҡлап бәйләп, икенсе осон йыуан ғына ботаҡ аша кейәүенә ыр­ғыта:
– Кейәү, муйылға бәйлә!
Ағас япраҡтары шыбырлауы арҡаһында яҡшылап ишет­мәгән Шаһибал:
– Аһ-аһ, ни эшләп муйынға бәйләй, ти, билгә бәйләйем­се, – тип арҡандың осон би­ленә бәйләй. Ҡайныһы бәй­ләгәнлеген һорағас, эшен башҡарғанды белгертә. Ҡай­ны кеше умартаны яйлап тө­шөрә. Инде үҙе төшә­йем ти­һә, кейәүе эргәһендә тора!
– Аһ-аһ, кейәү, нисек... ҡай­һы арала менеп өлгөрҙөң? – тип аптырай ҡайныһы.
– Муйынға бәйләмәгәнгә рәх­мәт әйт әле, ҡайным, – ти икән Шаһибал.
Баҡһаң, еңел генә кәүҙәле кейәүҙе умарта үҙ ауырлығы менән күтәреп мендергән икән.

Рифҡәт ИШЕМЙӘРОВ.

Ейәнсура районы.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: