-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
15 Февраль 2023, 14:00

ПАМИТ КАРУТКЫЙ

(Атайым һөйләгән мәҙәк). Бер башҡорт атын һатырға баҙарға алып барған. Әмәлгә ярағандай, бер урыҫ йөк ташыу өсөн екке ат эҙләй икән. Ул башҡорттоң атына ҡыҙыҡҡан. Ат шәп, ти. Оҙон тороҡ, ялы - ҡойроғо үҙе бер атлыҡ, ти, йылҡылдап тора, ти. Йәш мал, балыҡ һымаҡ шып - шыма, ти.- Продаешь?- Пырдаю.

ПАМИТ КАРУТКЫЙ
ПАМИТ КАРУТКЫЙ

- Почему продаешь?
-Памит каруткый.
Атҡа память нимәгә кәрәк? Урыҫ әһәмиәт бирмәгән.
Бер аҙ ваҡыт үткәс, урыҫ башҡортҡа килгән . Нишләп атың ялҡау икәнде әйтмәнең, тип үпкәләргә итә икән.
- Кәк әйтмәгән? Әйткәнский бит.
- Как сказал? Не говорил!
- Я тибә гаварил памит каруткый? Гаварил?
- Ну, говорил, а зачем лошади память?
- Кәк зәтшим? Ты его бил?
- А что толку? Ударишь кнутом, бежит немножко, потом опять плетётся.
- Уат ана шул памит каруткый була, знакум. Сыбыртҡыны тиҙ онота.

(Әсәйем һөйләгән мәҙәктәр).

- Бер урыҫтың ҡырҙа аты батҡан. Көрт ҡалын, сығарып ала алмай, ти. Шунан ул йәйәүләп бер башҡорт ауылына килгән. Ярҙам итмәҫтәр, атты көрттән сығарышмаҫтар микән тип. Тегеләр быны аңламайҙар икән. Урыҫ ат булып кешнәп тә ҡарай, ҡарға ҡолап, тулаған була ти. Башҡорттар аптырай, ти, урыҫҡа ярҙам итергә кәрәк икәне баштарына килмәй, ти. Тел сартлатып, аптырашып, урыҫты йәлләп, тик торалар, ти.
- Дә-ә... Беҙҙә ҡар тәрән шул, -
- Дә-ә, быйыл беҙҙә ҡар зәрә тәрән - тиеүҙән башҡаны белмәйҙәр, ти.

***

... Бер урыҫтар төнгә ҡалғандар. Бер башҡорт ауылының иң ситке өйөнә инеп, хужа ҡарттан ҡуналҡа һорағандар. Бабай рөхсәт биргән. Үҙҙәре урындыҡта йоҡлайҙар, урыҫтар - иҙәндә. Бер аҙҙан әбей бабайын ипләп кенә төрткөләп уята, ти.
- Бабай, былар шубы - шубы, тип һөйҙәшәләр, атты урҙап китмәһендәр, - тип шыбырҙай икән.
Бабай тегеләргә ҡолаҡ һалып ятҡан да әбейенә әйткән:
- Быларҙың беҙҙең атта эше юҡ. Аҫтары ҡаҡ, өҫтәре йоҡаҡ. Аҫтарына кейеҙ бир, ябынырға толоп бир, - тигән.

Таңһылыу ВӘЛИЕВА.
Фото Зиннур БОҪҠОНОВтан.

Автор:
Читайте нас: