+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
17 Февраль 2023, 17:00

Мәҙәктәр

Ҡәҙерһеҙ бүләк– Һөйөклөм, – ти шағир, – те­ләйһеңме, мин һиңә зәңгәр күк­те, ай-йондоҙҙо, бөтә ғаләмде бү­ләк итәм...Һөйгәне үпкәсел тауыш менән әйтеп ҡуя:– Бөтөнләй аҡсаң юҡмы ни? ***

Мәҙәктәр
Мәҙәктәр

Тәнҡитсене ерләү

Тәнҡитсене ерләү өсөн аҡса би­реүен һорап, Александр Дю­маға мөрәжәғәт итәләр. Дюма, күпме кәрәк, тип һорай. Хаҡын әйтәләр. Яҙыусы икеләтә хаҡ түләй һәм аҡса йыйыусыларҙың һораулы ҡарашын күреп:
– Ике тәнҡитсене ерләгеҙ, – ти.

Кәңәш
Яҙыусынан һорайҙар:
– Һин кешегә кәңәш бирергә яратаһың, йәл түгелме ни?
– Шунан башҡа бер нәмәгә лә эшкинмәй улар, – ти әҙип.

***
Бер банкир Марк Твендан һорай:
– Һинең мейең ҙур булғас, ни өсөн аҡсаң аҙ?
– Тәбиғәт тигеҙлекте ярата, – ти Марк Твен – Һинең аҡсаң ме­нән минең мейене алғанда, тип-ти­геҙ килеп сыға.

***
Билдәле яҙыусыға сибәр генә бер ҡыҙ былай ти:
– Беләһегеҙме, мин һеҙҙе бө­төнләй икенсе итеп күҙ алдына килтергәйнем...
– Аңлайым, – ти яҙыусы. – Мо­ғайын, бәләкәй, йыуан, ялтас итептер?
– Юҡ. Бөҙрә сәсле, һомғол, сибәр итеп...

Автор:
Читайте нас: