+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
21 Февраль 2023, 17:00

Ике иҫәр

Ике егет төндә ҡала урамдары буйлап атлай. Арығандар, аяҡтарын саҡ һөйрәйҙәр. Береһе – икенсеһенә:– Ана, автобус паркы. Мин автобус урлап алып сығам, ә һин ҡарауыллап тор. Шуның менән өйгә ҡайтырбыҙ.

Ике иҫәр
Ике иҫәр

Әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Береһе паркка инә, икенсеһе көтөп ҡала. Көтә-көтә көтөк булғас, был ниңә оҙаҡланы икән, тип артынан юллап бара. Иптәше автобустар араһында йүгерекләп йөрөй.
– Ни эшләйһең?
– Бер нисек тә бишенсе маршрутты таба алмайым.
– Иҫәр, ун алтынсыны урла, баҙарға тиклем барырбыҙ. Унан ни бары ике туҡталыш ҡына атларға!

Иҫкәртеү
Бөгөн өйгә ҡайтып барғанда юлда ҡатыным шылтыратты. Ул өй янында гаишниктың йәшеренеп тороуын, һаҡ булыуымды һораны. Һөҙөмтәлә миңә китеп барғанда кеҫә телефоны менән һөйләшкәнем өсөн штраф сәпәнеләр.
А. ХӘЛИМОВ.

Әтеү әйтәм
“40 километр” билдәһе аҫтында гаишник тора. Янынан сәғәтенә 41 километр тиҙлектә “Запорожец” үтә. Гаишник һыҙғырта. “Запорожец” туҡтай. Хөрт кенә бабай сыға.
– Һин тиҙлекте арттырҙың. Штраф түлә.
– Аҡсам юҡ.
– Улайһа, праваңды алам.
Яндарынан иномарка елдерә. Гаишник һыҙғырта. Алпамыша сыға:
– Ну, кем һыҙғыртты?
Гаишник өндәшмәй. Бабай – гаишникка:
– Праваны бир, әтеү кем һыҙғыртҡанын әйтәм.

Ике көндән
Автомеханик булып эшләйем. Ремонтҡа «Ренджровер» килтерҙеләр. Элекке хужаһы унда нисәлер йыл йөрөгәс, һатып ебәргән. «Аҙым һайын ватыла, автосервисҡа йөрөй-йөрөй башым ҡатты!» – тип мыжыны яңы хужаһы. Астыҡ, ҡутарып ҡараныҡ. Двигатель ҡапҡасы аҫтына сыйып: «Туған, ике көндән тағы ла ватылырлыҡ итеп ремонтла!» – тип яҙылғайны.

Иҫке машина
Машинабыҙ бар. Иҫке, шунлыҡтан йыш ватыла. Атайым көндәр буйы гараждан сыҡмай. Берҙән-бер көндө ул уйсан ҡайтты.
– Ни булды?
– Беренсе тапҡырҙан ҡабынды, – тип яуапланы атайым төшөнкө тауыш менән.
Ғәжәйеп автобус
Бөгөн әсәйем ғәжәйеп автобус күреп ҡайтҡан. Салонда тып-тын, ти. Пас­сажирҙар инә, шым ғына бер-береһенә ҡараша, тауыш-тынһыҙ бара, шулай уҡ шым ғына төшөп ҡала. Радио ла һөй­ләмәй, туҡталыштарҙы ла иғлан ит­мәйҙәр. Беләһегеҙме, ни өсөн? Кондуктор артҡы ултырғыста йоҡо һи­мерткән, уны бер кем дә уятырға теләмәгән.

Р. ИЛБАҠТИН.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: