+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
9 Март 2023, 09:00

Тин ярым

Бухгалтерыбыҙ эштән китте. Дөрөҫөн әйткәндә, һуңынан асыҡланыуынса, йүнһеҙ хеҙмәткәр булған икән. Иғлан бирҙек: «Фирмаға бухгалтер талап ителә». Кешеләр килә башланы. Ҡайһыһын һайлап алырға, тип баш ватам.

Тин ярым
Тин ярым

Ә минең ирем, аҡыллы баш, тест уйлап тапты. «Тин ярым» тип атала. Беренсе эш итеп дәғүәселәр алдына ҡағыҙ һала ла: «Тин ярым һаны ҡағыҙҙа нисек булғанын яҙығыҙ», – ти.
Бухгалтерҙар бер ни ҙә аңламай. Әл­биттә, «0,15» тип яҙалар. Ирем көлә: «Ҡә­ҙерлекәйем, һеҙ вазифаға яраҡлы түгел». Үпкәләп, ишекте шартлатып ябып сығып китәләр. Шулай ун бишләп кешене кире борҙоҡ. Етмәһә, тәжрибәле бухгалтерҙа­р­ҙы. Береһе генә, быйыл институт та­мамлаған тәжрибәһеҙ ҡыҙ ғына, бик оҙа-а-аҡ уйланғандан һуң «0,015» тип яҙҙы. Алдыҡ. Үкенмәйбеҙ. Һәйбәт эшләй.

Р. ҠОНАНБАЕВА.

Автор:
Читайте нас: