-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
18 Апрель 2023, 12:00

Мәҙәктәр

Тамашасы антракт ваҡытында кейемен ала.– Китәһегеҙме ни? Ниңә улай бик иртә?– Минең аңлауымса, икенсе шаршауҙы ла шул уҡ автор яҙған. ***

Мәҙәктәр
Мәҙәктәр

– Әгәр беҙ ҡатыным менән көн дә әрләшәбеҙ, һауыт-һаба ватабыҙ икән, айырылышырға кәрәкме?
– Һауыт-һабағыҙ бөтһә, айырылмай ҡайҙа бараһың?
***
Китап магазинында ҡатын “Үҙең яһа” тигән китапты ҡулында әйләндергеләй. Көрһөнөп, уны урынына ҡуя ла һатыусыға өндәшә:
– Ә “Ир яһаһын” тигән китап юҡмы һеҙҙә?
***
Ир оҙайлы командировкаға йыйына, ә улына, әсәһе янына берәй ир килһә, ҡоймалағы таҡтаны аҡтарырға ҡуша. Ҡайтҡас, ҡарай: ҡойма бөтөн! Эй, ҡыуана был!
Кис көнө ашап ултырғанда ҡатын иренә ул юҡта ниҙәр булғанын һөйләй:
– Әллә ни яңылыҡ юҡ. Тик ниндәйҙер иҫәр өс мәртәбә ҡойма таҡтаһын аҡтарҙы, өс мәртәбә яңынан ҡаҙаҡлап ҡуйырға тура килде.
***
Ҡатын иренән һорай:
– Шуны белгем килә: сәсем ағарғас та мине яратасаҡһыңмы?
– Һмм... Сәсең ҡараға, һарыға, көрәнгә әйләнде, ә мин һине яратыуҙан туҡтаныммы?
***
Беҙгә бер заман байрамға премия бирҙеләр. Уны йыуҙыҡ. Премияға ғына түгел, эш хаҡына ла зыян килде.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: