+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
23 Апрель 2023, 15:00

Мәҙәктәр

Уҡытыусы Ғәлиҙән һорай:– Атайың тыуған көнөңә нимә бүләк итте?– Дүрт рогатка.– Шаяртма, мин ысынлап һорайым.– Мин шаяртмайым! Атайым – районда берҙән-бер быяла ҡуйыусы. ***

Мәҙәктәр
Мәҙәктәр

– Тиҙҙән бесәйемә 14 йәш тула.
– Ә һин уны фотоға төшөрҙөңмө?
– Ниңә?
– Бәй, уға паспорт алырға кәрәк тә баһа!
***
Берәй осһоҙ әйбер һатып алайым әле. Аҡса йәл түгел дә ул, тик барыбер туҙҙырғы килмәй.
***
Балалар йоҡоһо бик файҙалы. Бигерәк тә ата-әсәләрҙең нервы системаһы өсөн.
***
Таныш булмаған ир иртәнге алтыла ишегемә шылтыратты. Мин уға асманым, китмәһәң, полиция саҡыртам, тинем.
Теге үпкәләне, кисә кис барҙа юғалтып киткән аҡса янсығың менән телефоныңды бирмәйем әтеү, тине.
***
Ир өйөнә күп итеп кәнфит алып ҡайтҡас, дүрт балаһына әйтә:
– Кем һәр ваҡыт әсәйҙе тыңлай, телләшмәй, ҡушҡан бер эшен эшләй, уға кәнфит бирәм. Кемгә кәнфит эләгә, тип уйлайһығыҙ?
Балалар күмәкләшеп:
– Һиңә, атай!
***
– Иҫемә төшөрмәҫһеңме икән, мин кем: һабан турғайымы әллә ябалаҡмы?
– Һин минән бишенсе тапҡыр һорайһың инде, тумыртҡа!

 

Автор:
Читайте нас: