+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
3 Май 2023, 11:00

Мәҙәктәр

ЯҘМЫШ ШАЯРЫУЫКис көнө курсташымды репетициянан һуң (ул бик шәп бейей) университеттан ҡайтып килгәндә әзмәүерҙәй ир туҡтата ла тәмәке, аҡса таптыра. Тәмәке лә (бейеүселәр тартмай), аҡса ла (студентта ҡайҙан булһын?) тапмағас, телефонын тартып ала.

Мәҙәктәр
Мәҙәктәр
Бур, телефонды ремонт оҫтаханаһына тапшырып, аҡса эшләмәксе була. Яҙмыш шаярыуымылыр, түгелмелер, унда курсташымдың ике туған ағаһы эшләгән була. Ул ҡустыһының телефонын шунда уҡ таный һәм бурҙы тейешле ергә тапшыра. Тегене һигеҙ йылға хөкөм итәләр, сөнки кешеләрҙе талауы беренсе тапҡыр ғына түгел икән.

АҢРА
Бер ир ауыл янындағы туҡталышта автобус көтөп тора. Яҡында ғына тотош баҫыу булып ромашка үҫкән. Машина килеп туҡтай.
– Ромашканы күпменән һатаһың? – тип һорай шофер. – Һөйәркәмә бүләк итергә теләйем.
– Гөлләмәһе 500 һум, – ти ир, бер талай уйланғас.
– Ҡиммәт, әйҙә 300-гә.
Ир ризалаша.
Бик ҡәнәғәт ҡалған шофер юлда уйланып бара: “Тегене ҡыҙыҡ иттем, 200 тәңкәгә бөлдөрҙөм. Аңра икәне маңлайына яҙылған”.

ИРТӘГӘ КИЛЕГЕҘ
Банкир стоматологҡа килгән.
– Үлтереп тешем ауырта, хәлем юҡ, төнө буйы йоҡлай алманым.
Стоматолог барыһын да карточкаға яҙа.
– Иртәгә килегеҙ.
– Нисек иртәгә? Мин йоҡлай алмайым.
– Мин дә һеҙҙең банкҡа вкладымды ябырға барғайным, ә һеҙ миңә, ғаризаны кисә бирергә кәрәк ине, тигәйнегеҙ.

И. ҠЫҘРАСОВ.
 
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: