+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
18 Май 2023, 15:00

Яратам...Көтәсәкмен...

Әрмегә юлланыр алдынан, үҙебеҙҙең ҡала егеттәре менән йыйылыу пунктында ултырғанда, яратҡан ҡыҙҙарыбыҙ тураһында һүҙ сыҡты. Егеттәрҙең бөтәһенә лә: “Ҡәҙерлем, һағынырға ла өлгөрҙөм, һине яратам, көтәсәкмен”, – тигәнерәк хәбәрҙәр килде.

Яратам...Көтәсәкмен...
Яратам...Көтәсәкмен...

Минеке иһә: “Ну, һин нисек унда, кәрәгеңде бирмәнеләрме әле?“ – тип яҙҙы. Яратам үҙен, бигерәк хәстәрлекле!
***
Военкоматта медкомиссияла.
– Доктор, мине бер кем дә күрмәй.
– Шулай тип яҙабыҙ ҙа: призывник Төлкөбаевты – разведкаға, фронт һыҙығы аръяғына.
***
Автобуста бер әсә икенсеһенә зар­лана:
– Был ни хәл, ә? Улымды әрменән саҡ алып ҡалдым, ә ҡыҙым контракт буйынса хеҙмәт итергә китте!
***
Студент инженер булырға хыял­лан­ған, ләкин сессияны тапшыра алмағас, генерал булырға хыялланырға әрмегә киткән.
***
Осрашып йөрөгән ҡыҙың ташланымы? Борсолма. Мин һине нисек бар, шулай ҡабул итәм. Райвоенкомат.
***
Беҙҙең факультет бинаһын проект­лаған кешене бәреп үлтергем килә. Күҙ алдыңа килтер: тәҙрәгә ҡарайһың – унда ҡояш, көн матур, был уҡыу нимәгә кәрәк инде, тип уйлайһың, лутсы һыра һемерергә китәм… Шунан күҙеңде түбән төшөрәһең, ә унда военкомат!
***
Военком әрменән аҡса түләп ҡотолоп ҡалыу тураһындағы закон проектын аҡылға һыймаҫлыҡ тип атаған:
– Мин әле кредитымды түләп бөтмәнем.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: