-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
24 Май 2023, 18:30

Йылмайып-көлөп кенә

“Күберәк яҙ!”Ныҡ ҡына “төшөрөп” алған Зәйнетдин ағайҙың “тимер ат”ын ГАИ инспекторы туҡтата. “Әһә, эләктеңме?” тигәндәй, эре генә ҡиәфәт менән йәһәт кенә акт төҙөй башлай.— Йөҙ грамм эскәнһегеҙ тип яҙам инде, былай булғас. Өлкән кешегә төҫ тә түгел инде рулгә ҡыҙмаса булып ултырыу, — тип һөйләнә инспектор.— Һин нимә, йөҙ грамм менән ауыҙ бысратырға әллә мине тауыҡ тип беләңме? — тип ғәрлегенән ярһып ҡысҡыра Зәйнетдин ағай. — Төшөп ҡалғандарҙан түгелмен, күберәк яҙ!

Йылмайып-көлөп кенә
Йылмайып-көлөп кенә

Сараһын тапты

Төнгө Өфө урамынан ике дуҫ ҡайҙандыр ҡайтып килә. Ҡапыл ҡаршыларында ике бәндә пәйҙә була.
— Ҡулдарығыҙҙы күтәрегеҙ! Аҡсағыҙҙы сығарығыҙ! — тип бойора юлбаҫарҙар.
Әшнәләрҙең береһе кеҫәһенән аҡсаһын сығара ла дуҫына һуҙа:
— Ҡара әле, онотоп ебәргәнмен, һиңә өс мең һум бирәсәгем бар ине бит әле, ала һал тиҙерәк...

Ҡатындар ҙа сәғәт кеүек...

Сәғәт төҙәтеүсе эс бошоуҙан үҙ алдына һөйләнә икән:
— Уҫал ҡатындар уятҡыс кеүек. Иртән иртүк ай-вайыңа ҡарамай сәрелдәй башлай. Елбәҙәк, еңел холоҡло ҡатын-ҡыҙ — кеҫә сәғәте, нисек теләйһең, шулай бороп ебәрәһең. Йәш ҡыҙҙар — боҙолоп йәнгә тейгән иҫке сәғәт, сөнки улар йә самаһыҙ ашыға, йә артта ҡала. Аҡыллы ҡатындар — ҡыңғыраулы затлы сәғәт. Ваҡыты еткәс кенә сыңлай.

Мулланур ТИМЕРӘЕВ.
Автор:
Читайте нас: