+17 °С
Облачно
Мәҙәктәр
14 Июня 2023, 05:00

ҠАҘҘАР ҺЫУҺАҒАН

Хәҙер тәбиғи һыуҙарҙан башҡа төрлө емеш-еләктәрҙән эшләнгән һутлы, газлы, минераль һыуҙар күбәйҙе.Эҫе йәйге көндәрҙә тирләп-бешеп эшләгәндән һуң, татлы һыуҙар ғына һыуһынды ҡандырмай, көмөштәй саф, балдан да татлы шишмә һыуы эске килә. Эсеп ебәреү менән һыуһын баҫыла, хәл инеп китә, һаулыҡ өсөн дә дауа. Әммә, тән ҡыҙышып, ҡаты тирләгәндән һуң һалҡын һыу сәләмәтлеккә зыян килтереүе лә ихтимал. 

Добавить в предпочтительные источники Google
ҠАҘҘАР ҺЫУҺАҒАНҠАҘҘАР ҺЫУҺАҒАН
ҠАҘҘАР ҺЫУҺАҒАН

Шуға күрә тамаҡ шешеүенән ҡурҡып, ата-әсәһе улдарына һыуыҡ һыу эсеүҙе тыя.
Шулай бер көндө улдары уйнап арығандан һуң, йүгереп инеп:
– Әсәй, әсәй, ҡаҙҙар һыуһаған, сүмес бир әле, – тип йәһәт кенә өйҙән сүмес алып сыға. Әсәһе соланға сыҡһа, ни күҙе менән күрһен, улы үҙе ыңҡылдатып бер сүмес һыуҙы эсеп бөтөп тора.
– Ә ҡаҙҙарың ҡайҙа һуң? – тип һорай әсәһе.
– Ҡаҙҙар һыуһап йылғаға китте, – ти малай.

Ф. ХӘЛИЛОВА.

Автор:
Читайте нас