Тик юлға сығыу менән онота ла ҡуя. Бара был баҙарға, тора һатып алыусыларҙы көтөп. Мәрйәләр килеп ҡарай ҙа:– Что за птица? – тип һорайҙар икән. Әтәскә төртөп күрһәткәс, инәй аптырап ҡалмаған:– Это курий муж. Хороший мясо, – ти икән, йылмайып.