+16 °С
Облачно
Мәҙәктәр
25 Июля 2023, 13:00

БАЛАЛАР ҺӨЙЛӘЙ

Ислам, биш йәшАтаһы менән әсәһенә:– Мин өйләнгәс, өйҙән мин сығып китәмме, әллә һеҙме?***

Добавить в предпочтительные источники Google
БАЛАЛАР ҺӨЙЛӘЙБАЛАЛАР ҺӨЙЛӘЙ
БАЛАЛАР ҺӨЙЛӘЙ
Ринат, өс йәш
Олатаһы, яңы ғына һуйылған йорт ҡуянын өйгә алып ингәс, ауыр көрһөнә:
– Олатай, һиңә ҡуян йәл түгелме?
– Йәл, – ти олатаһы.
– Миңә лә йәл, тик бер нәмә лә эшләп булмай, ашарға кәрәк бит.
***
Нәркәс, өс йәш
– Әсәй, мин һине ныҡ итеп яратам!
– Улайһа, ни өсөн тыңламайһың?
– Мин һине тыңламайынса ла яратам!
***
Әлиә, биш йәш
Һеңле көтһә лә, Әлиәгә дауахананан ҡусты алып ҡайталар. Әлиә әсәһенә:
– Малай икән – малай, урамға сығарып ташлап булмай бит инде!
***
Рәмилә, биш йәш
Балалар баҡсаһынан ҡайтҡас, әсәһе һорай:
– Бөгөн һине тәрбиәсе әрләмәнеме?
– Әрләмәне. Мин бик тәртипле булдым. Хатта мөйөштә лә шым ғына торҙом.
***
Тимербай, дүрт йәш
Әсәһе ҡурған көнбағыш көйә. Тимербай уны тынысландыра:
– Юҡ өсөн көйәләнмә, табаға һалғанда уҡ ҡап-ҡара ине бит.
 
Автор:
Читайте нас