

Уянып киттем, ә тел осонда – алма тәме... Шул алмаларҙы бигерәк һағындым.
Атай, зинһар, миңә посылка итеп алма ебәр. Башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй. Йәшник алып, алма менән тултыр ҙа миңә ебәр. Ней... өҫтөнә берәй киҫәк сусҡа майы йә ыҫланған колбаса һалырһың. Уныһы һыймаһа, алманы бушатыңҡыра, ашамаған алмаммы!"
Ф. СӘЛИХОВ.